Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘРОВ Ҡасим Закир улы

Просмотров: 1176

ӘХМӘРОВ Ҡасим Закир улы [7.11.1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай районы) — 11.2.1969, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). Рәсүлиә мәҙрәсәһен тамамлаған (1919). Тикшеренеү эшмәкәрлеген 1928 й. Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтендә башлай. 1938—69 йй. ТТӘИ‑лә өлкән ғилми хеҙмәткәр, тел бүлеге мөдире. Фәнни хеҙмәттәре башҡорт яҙыуы тарихын һәм орфографияһын өйрәнеүгә, хәҙерге башҡорт теленең синтаксисына арналған. Урыҫ‑башҡ. (1948), башҡ.‑урыҫ (1958) һүҙлектәрен, башҡорт әҙәби теленең орфографик һүҙлеген (1942) төҙөүселәрҙең береһе.

  Х е ҙ м.: Башҡорт телендә ябай һөйләм синтаксисе. Өфө, 1957; Башҡорт телендә теҙмә ҡушма һөйләм синтаксисе. Өфө, 1960; Башҡорт яҙыуы тарихенән: башҡорт әҙәби теленең алфавите һәм орфографияһы тарихе. Өфө, 1972.

  Әҙәб.: У р а к с и н З.Г. Касим Закирович Ахмеров //Вопросы башкирского языкознания. Уфа, 1973.

З.Ғ.Ураксин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.01.2023