Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы

Просмотров: 1196

БАЙЫШЕВ Таһир Ғәлләм улы (15.8.1886, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Хәлил а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Иҫке Хәлил а., — 4.11.1974, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ. педагогия институтын тамамлаған (1933). 1906 й. алып тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә уҡытыусы, 1925 й. — “Крестьянская газета” гәзите (“Крәҫтиән гәзите”, Мәскәү ҡ.) хәбәрсеһе, 1927 й. — БАССР‑ҙың Мәғариф ХК инспекторы. 1933—57 йй. ТТӘИ‑лә эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡ. диалектологияһы һәм лексикографияһына арналған. 20 б. 30—50‑се йй. башҡорт теленең диалекттарын өйрәнеү буйынса фәнни экспедицияларға етәкселек итә. “Башҡорт теле диалекттары әҙәби телгә ҡарата мөнәсәбәттә” (“Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку”; М., 1955; 2‑се баҫма, стереотиплы, Өфө ҡ., 2006) монографияһы авторы; урыҫса-башҡортса (1948), башҡортса-урыҫса (1958) һүҙлектәр, ботаника, урман эше, зоология, физика, математика буйынса урыҫса‑башҡортса терминология һүҙлектәрен, башҡ. мәктәптәре өсөн дәреслектәр һәм уҡытыу‑методик әҙәбиәтте төҙөүсе һәм уларҙың мөхәррире. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1949).

  Х е ҙ м.: Дөрөҫ яҙыу күнегеүҙәре. М., 1930; Саратов һәм Куйбышев өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың һөйләше буйынса ҡайһы бер материалдар //Вопросы башкирской филологии. М., 1959.

З.Ғ.Ураҡсин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

 


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.12.2022