Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺҮҘЛЕКТӘР

Просмотров: 1792

ҺҮҘЛЕКТӘР, билдәле тәртиптә урынлашҡан, төрлө характерҙағы тасуирлауҙар бирелгән (Һ. тибына ярашлы) һүҙҙәр (йәки һүҙ өлөштәре, һүҙ формалары, һүҙбәйләнештәр һ.б.) йы­йылмаһы. Мәғлүмәти, коммуникатив, норматив һ.б. соц. функциялар үтәй; йәмғиәттең бирелгән үҫеш этабындағы белемен сағылдыра.

Һ. тасуирланған берәмектәр (һүҙҙәр исемлеге) составы, һаны һәм уларҙы һүрәтләү характеры м‑н билдәләнгән төрлө классификациялары бар. Телдәр һаны б‑са бер телле һәм тәржемә (ике телле, һирәгерәк күп телле); йөкмәткеһе б‑са — аңлатмалы һәм энциклопедия; һүҙҙәрҙе һайлап алыу б‑са — тезаурустар (телдең бөтә лексикаһын үҙ эсенә ала) һәм шәхси (лексиканың айырым ҡатламдары, мәҫ., терминология, диалекттар, топонимика, айырым яҙыусылар теле, үҙләштерелгән һүҙҙәр һ.б.); тасуирлау ысулы б‑са — махсус (этимология, грамматика, орфография, синонимдар, йышлыҡ һ.б.); лексикографик тасуирлау берәмектәре б‑са — һүҙ өлөштәре (морфемалар, аффикстар һ.б.) һәм һүҙ бәйләнештәре (фразеология, цитаталар, һүҙҙәрҙең ярашлығы һ.б.); һүҙҙәрҙең йәшәү дәүере б‑са — тарихи; тәғәйенләнеше б‑са — уҡыу, хаталар, ҡатмарлыҡтар һ.б.; материал урынлашыу б‑са — алфавит, идеография, семантика, кире һ.б. һүҙлектәр айырыла.

Башҡорт теленең тәүге Һ. 18 б. аҙ. тел‑ара аралашыу маҡсатында төҙөлгән ике телле тәржемә Һ. ғибәрәт: “Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе” (нәшер ителмәгән; төҙөүсеһе М.Биксурин), “Татар, башҡорт, ҡалмыҡ телдәренә тәржемәләр менән һүҙҙәр исемлеге” (нәшер ителмәгән; төҙөүсеһе П.Учадамцев), урыҫса‑башҡортса һәм башҡортса‑урыҫса (В.В.Ка­таринский), башҡортса‑венгрса (М.Ә.Ҡыуатов, В.Проле) һ.б. (ҡара: Лексикография). Төп тәржемә Һ.: башҡортса‑урыҫса (1958; Ҡ.З.Әхмәров редакцияһында; 1996, З.Ғ.Ураҡсин редакцияһында) һәм урыҫса‑башҡортса (1964, Әхмәров редакцияһында; 2 томда, 2005, Ураҡсин редакцияһында). Шулай уҡ төрөксә‑башҡортса, башҡортса‑төрөксә (1996; төҙөүсеһе Г.Д.Зәйнуллина), урыҫса‑башҡортса‑төрөксә‑инглизсә (2002; Ф.К. Заһирова, Э.И.Мөлөков һ.б.); уҡыу Һ.: немецса‑урыҫса‑башҡортса (1996; З.Б.Мөлөкова һ.б.), инглизса‑башҡортса‑урыҫса (1997) һәм башҡортса‑инглизса (2006; икеһе лә — М.А. Хәсәнов, А.М.Хәсәнов), иллюстрацияланған урыҫса‑башҡортса тематик (1998; Л.Ғ.Сәйәхова һ.б.), урыҫса‑башҡортса (2001; Сәйәхова, Ураҡсин редакцияһында), колледж, техникум һәм уч‑ще уҡыусылары өсөн башҡортса‑урыҫса, урыҫса‑башҡортса (2006; Р.Т.Моратова, Ф.Ғ. Хисамитдинова) һ.б. һүҙлектәр.

Башҡорт теленең шәхси Һ. диалекттар: “Башҡорт һөйләштәренең һүҙлеге” (3 томда, 1967— 87; Н.Х. Ишбулатов, Н.Х.Мәҡсүтова редакцияһында), “Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге” (2002; яуаплы мөхәррире М.И.Дилмөхәмәтов); топонимик: “Башҡортостан Республикаһы торама пункттары атамаларының урыҫса‑башҡортса һүҙлек‑белешмәһе” (2001; Хисамитдинова, З.Ә.Сиразитдинов), “Башҡортостан Республикаһы топонимдары һүҙлеге” (2002; А.Ә.Камалов, Р.Шәкүр), “Башҡортостандың географик атамалары” (2006; Хисамитдинова), “Башҡорт теленең тарихи‑этимологик топонимик һүҙлеге” (2007; Камалов, Ф.У.Камалова) һ.б.; антропонимик: “Исемдәр донъяһында” (1991; Т.Х. Күсимова), “Урыҫса­башҡортса кеше исемдәре, атаһының исеме һәм фамилияларының һүҙлек‑белешмәһе” (2000; Хисамитдинова, Р.И. Солтанова), “Башҡорт һәм татар исемдәре” (2006; З.М. Рәйемғужина, А.Ғ. Шәйхулов) һ.б. һүҙлектәр инә.

Башҡорт теленең махсус Һ. төҙөлә: антонимдар (1987), грамматика (1994), омонимдар (2006; бөтәһе лә — М.Х.Әхтәмов); орфография (1988, 1998, икеһе лә — Р.Ғ.Аҙнағолов; 2002, З.Ҡ.Ишмөхәмәтов, Н.Ф.Суфиянова); Д.Юлтый әҫ. (1995), ғилми текстарҙың һәм прозаның йышлыҡ Һ. (2 томда, 1997—2002; бөтәһе лә — Сиразитдинов); синонимдар (2000; Ураҡсин); паронимдар (2001), һүҙьяһалыш (2005; икеһе лә — К.Ғ. Ишбаев, З.К. Ишкилдина); тарихи‑этимологик (2007; Т.М.Ғарипов); аңлатмалы‑тәржемә (10 томда, 2011—2018; Хисамитдинова) һ.б. Тасуирлау берәмектәре һүҙ өлөштәре булған Һ.: башҡорт теленең морфемалар (1992; Әхтәмов) һәм аффиксаль морфемалар (2004; З.Ғ.Ураҙбаева), Урал‑Волга буйы ҡыпсаҡ телдәренең бер ижекле тамыр нигеҙҙәре (2 томда, 2000; Шәйхулов) һ.б. һүҙлектәр; һүҙ бәйләнештәре Һ.: башҡортса‑урыҫса (1973) һәм урыҫса‑башҡортса фразеология (1989), фразеология (2006; бөтәһе лә — Ураҡсин етәкселегендә) һ.б.

Башҡорт теленең кире Һ. төҙөлгән (1999; Әхтәмов). Когнитив лингвистика б‑са тикшеренеүҙәрҙә Т.Ә. Килдебәкова етәкс. бер нисә когнитив Һ. эшләнә. Һүҙҙәрҙең идеографик классификацияһы “Алтай тел берлеге контексында Урал‑Волга буйы төрки телдәре” Һ. (2 бүлектә, 2004; Шәйхулов етәкс.) ҡулланыла һ.б.

Башҡорт мәҙәниәте үҙенсәлектәрен сағылдырған Һ. төҙөлә: “Башҡорт теленең этнолингвистика һүҙлеге” (2002; Р.Н.Һаҙыева), “Башҡортса‑урыҫса этномәҙәни һүҙлек” (2003; М.И. Баһауетдинова), “Башҡорт мәҙәниәте реалийҙары” (2006; Л.Х.Сәмситова) һ.б.; фольклор һәм мифологияны сағылдырған Һ.: “Тел асҡысы халыҡта” (1999; урыҫса тәржемәһе “Народной мудрости источник”, 2007; С.Ә.Галин), “Башҡорт мифологияһы” (2002; Хисамитдинова), “Башҡорт мифологияһы һүҙлеге” (2008; Е.С.Ефимова). Мәҡәл һәм әйтемдәр Һ. нәшер ителә: башҡортса‑урыҫса (1994; И.М.Ғарипов), башҡортса‑немецса (1995) һәм башҡортса‑урыҫса‑немецса (1995; икеһе лә — Рәйемғужина), башҡортса‑инглизсә‑урыҫса (2002; Ф.А.Нәҙершина, Э.М. Зөбәйерова), башҡортса (2008; Әхтәмов) һ.б. Башҡорт теленең тарихи лексикаһы ғәрәп һәм фарсы сығанаҡлы һүҙҙәрҙең башҡортса‑урыҫса Һ. (2004; З.Н.Экба) һәм хәрби лексика Һ. (2007; Г.Н.Йәғәфәрова) бирелә.

1993 й. башҡорт теленең фундаменталь аңлатмалы Һ. нәшер ителә (ҡара: “Башҡорт теленең һүҙлеге”). Күп һанлы терминология һәм энциклопедия Һ. сығарыла.

Әҙәб.: Ҡ а һ а р м а н о в Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. Стәрлетамаҡ, 2002.

С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023