Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪАБАЛЫҠ

Просмотров: 1557

АҪАБАЛЫҠ, ер милкенең бер төрө. Рәсәйҙә 10—11 бб. нәҫелдән нәҫелгә күсә килеүсе ғаилә йәки уртаҡ ер биләмәһе булараҡ барлыҡҡа килә; 13—15 бб. ер биләүҙең төп төрө була. 15—17 бб. поместье (ер биләүҙең шартлы формаһы) м‑н бер рәттән йәшәй. 1714 й. 23 мартындағы тура мираҫлылыҡ т‑дағы указға ярашлы, А. һәм поместьеның бер төргә — имениеға берләшеүе юридик яҡтан рәсмиләштерелә. Сиркәү һәм монастырь А. 1764 й. секуляризация барышында бөтөрөлә. Башҡортостанда башҡ. ырыу, хеҙмәтле, йәки дворян, тау заводы, сиркәү‑монастырь А. була.

Башҡорт А., бер ҡәбилә йәки ырыу аҫаба башҡорттарының, һуңыраҡ ырыу бүленештәре йәки ҡан‑ҡәрҙәш ғаиләләр төркөмөнөң ер биләмәһе. Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы нигеҙендә үҫешә. Уларҙың аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалыу шарты булып яһаҡ (яһаҡ түләүҙе башҡорттар үҙҙәренең ергә хоҡуҡтарының гарантияһы тип иҫәпләгәндәр) һәм хәрби хеҙмәт (ҡара: Башҡорттарҙың хәрби хеҙмәте) тора. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, башҡ. А. ер биләүҙең төп формаһы булараҡ жалованный грамоталарҙа юридик яҡтан нығытыла. Был ваҡытҡа башҡорттар дөйөм майҙаны яҡынса 35 млн дисәтинә булған ер (көнбайышта Волга й. алып көнсығышта Тубыл й. тиклем, көньяҡта Илек һәм Урал йй. алып төньяҡта Кама һәм Сылва йй. тиклем) биләгән. Башҡ. А. терр. яҡтан тәүҙә улустар м‑н, 18 б. алып ш. уҡ аймаҡтар йәки түбәләр м‑н тап килә. 19—20 б. башында башҡ. А. ваҡланыу процесы күҙәтелә. Башҡ. А. ҙурлығы һәм структураһы т‑да иң тулы мәғлүмәттәр Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау барышында алына (ҡара: Дайса). Генераль ыҙанлау һөҙөмтәләре б‑са башҡ. А. майҙаны 19 б. 20‑се йй. ҡарай Ырымбур губернаһында 12,8 млн дисәтинәнән ашыу ер (губ. терр‑яһының 45%‑ы), 19 б. 40‑сы йй. — Вятка губернаһы, Пермь губернаһы һәм Һарытау губернаһында яҡынса 1,3 млн, 19 б. 60‑сы йй. — Пермь, Вятка һәм Һамар губернаһында 1,9 млн дисәтинәнән ашыу ер тәшкил итә. Башҡ. А. майҙаны үҙгәреп тора: мәҫ., Верхнеурал өйәҙенең Бөрйән, Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ һәм Түңгәүер улусы башҡорттары А. дөйөм майҙаны 1 млн дисәтинәнән ашыу ер, Минзәлә өйәҙенең Байлар улусы Солағыш түбәһе Усай а. башҡорттарының 0,6 мең дисәтинәнән ашыу ер була. 19 б. аҙ. ҡарай башҡ. А. дөйөм майҙаны яҡынса 9 млн дисәтинә, 1917 й. — яҡынса 7 млн дисәтинә ер тәшкил итә.

Хеҙмәтле А., дәүләт тарафынан хәрби һәм дәүләт хеҙмәте үтәгән өсөн бирелгән ер биләмәһе. Төбәктә хеҙмәтле А. 16 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Өфө өйәҙендә дворяндарға (ҡара: Дворянлыҡ) һәм хеҙмәтле кешеләргә ер биреүҙе шартлы рәүештә 3 осорға бүлергә мөмкин. 1‑се осорҙа (16 б. 90‑сы йй. башы — 17 б. 40‑сы йй. аҙ.) Өфөнөң хеҙмәтле кешеләренә тәүге тапҡыр ер бүлеп бирелә; 20 дворян нәҫеленең 56 вәкиле 1,5 мең дисәтинәнән ашыу ер ала; 1638 й. ҡарай Аничковтар, Артемьевтар, Волковтар, Гладышевтар, Каловскийҙарға һ.б. ер бирелә; 2‑се осорҙа (17 б. 40‑сы йй. аҙ. — 80‑се йй. башы) Ҡазандан һ.б. ҡалаларҙан күсерелгәндәр иҫәбенә Өфө дворяндары һаны һәм хеҙмәтле ер биләү өлөшө арта; 3‑сө осорҙа (17 б. 80‑се йй. башы — 18 б. 40‑сы йй.) Өфө тирәһендә буш ер фондтарының һәм дворяндарҙы Өфөгә күсереүҙең кәмеүе күҙәтелә. 17 б. аҙ. тиклем Өфө өйәҙендә дворян А. шартлы биләмә сиктәрен һаҡлап ҡала һәм хеҙмәт итеүгә бәйле була. 17 б. 80‑се йй. Өфө дворяндарына үҙ ерҙәрен һатыу һәм залогка һалыу рөхсәт ителә (17 б. аҙ. тиклем һатыу һәм алмашыу урындағы ырыу вәкилдәренә рөхсәт ителә); 1673 й. һәм 1684 й. указдар м‑н икенсе ҡалаларҙағы хеҙмәтле кешеләргә Өфө өйәҙендә А. һатып алыу тыйыла. Башҡ. аҫаба ерҙәрен дворяндарға һатыу‑һатып алыуҙы рөхсәт иткән указдар (1736 й. 11 февр.) һәм дворяндарға, казактарға (ҡара: Казак ҡатламы), хәрби һәм граждан чиновниктарына ерҙәрҙе “мәңге файҙаланыуға” беркетеүсе 1743 й. 8 авг. указы дворян А. һанын һәм ҙурлығын арттырыуға булышлыҡ итә. 16 б. аҙ. Өфө өйәҙе дворяндарының күпселегенең поместье окладтары 3,5—25 дисәтинә ер тәшкил итә, 17 б. башында — 30—32 дисәтинә, 17 б. уртаһында — 20—30 дисәтинә, 18 б. башында — 7,5—20 дисәтинә ер. Һәр бер вәкиле 50 дисәтинәнән ашыу аҫаба ер биләгән дворяндар нәҫеле айырыла: мәҫ., Артемьевтар нәҫеленең бер вәкиленә 51 дисәтинә тура килә, Волковтарҙың — 62,5 дисәтинә, Каловскийҙарҙың — 72 дисәтинә, Ураковтарҙың — 77,5 дисәтинә ер. А. майҙандары төрлө була: ваҡ А. (100 дисәтинәнән аҙыраҡ) яҡынса 10% тәшкил итә, уртаса (1000 дисәтинәгә тиклем) — яҡынса 38%, эре (1000 дисәтинәнән ашыу) — яҡынса 52%. 18 б. Өфө өйәҙендә ваҡ һәм уртаса А. өҫтөнлөк итә (бөтә А. 80%‑ы), Бөгөлмә өйәҙе, Быҙаулыҡ өйәҙе, Боғорослан өйәҙе һәм Минзәлә өйәҙендә — уртаса һәм эре А. (60%). 18 б. аҙ. — 19 б. башына ҡарай Ырымбур губ. дворян А. дөйөм майҙаны 2,6 млн дисәтинәнән ашыу ер тәшкил итә, ш. иҫ. Бәләбәй өйәҙендә — яҡынса 90 мең, Бөрө өйәҙендә — яҡынса 120 мең, Бөгөлмә өйәҙендә — яҡынса 190 мең, Боғорослан өйәҙендә — яҡынса 450 мең дисәтинә, Быҙаулыҡ өйәҙендә — 400 мең дисәтинәнән ашыу, Верхнеурал өйәҙендә — 125 мең дисәтинәнән ашыу, Минзәлә өйәҙендә — 160 меңдән ашыу, Ырымбур өйәҙендә — 270 мең дисәтинәнән ашыу, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 95 мең дисәтинәнән ашыу, Троицк өйәҙендә — яҡынса 5 мең дисәтинә, Өфө өйәҙендә — яҡынса 350 мең дисәтинә, Силәбе өйәҙендә — яҡынса 18 мең дисәтинә ер. Генераль ыҙанлау мәғлүмәттәре б‑са, 19 б. 20‑се йй. башына ҡарай дворяндар һәм тау заводы хужалары милкендә Ырымбур губ. 3,6 млн дисәтинәнән ашыу ер (ш. иҫ. Бәләбәй өйәҙендә — 290 мең, Бөрө өйәҙендә — 82 мең, Бөгөлмә өйәҙендә — 194 мең, Боғорослан өйәҙендә — 523 мең, Быҙаулыҡ өйәҙендә — 312 мең, Верхнеурал өйәҙендә — 465 мең, Минзәлә өйәҙендә — 170 мең, Ырымбур өйәҙендә — 380 мең, Стәрлетамаҡ өйәҙендә — 270 мең, Троицк өйәҙендә — 6 мең, Өфө өйәҙендә — 953 мең, Силәбе өйәҙендә — 18 мең) була, 1831 й. — 4,8 млн дисәтинәнән ашыу ер; 1858 й. дворяндар 2,1 млн дисәтинәнән ашыу ергә эйә була.

Сиркәү‑монастырь А., православие руханиҙары һәм монастырҙарҙың уртаҡ милке. Төбәктә 16 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Монастырҙарҙың, Бөрө һәм Өфө ҡҡ. кафедраль соборҙары рухниҙарының А. өҫтөнлөк итә; епископат һәм мәхәллә руханиҙарының А. аҙ була. Хөкүмәт һәм урындағы властар биргән ерҙәрҙә барлыҡҡа килә; ҡайһы берҙәре башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә нигеҙләнә. 17 б. 1‑се ярт. сиркәү‑монастырь А. — Урал буйында (Ҡазан митрополитыныҡы), 17 б. 2‑се ярт. 18 б. 1‑се сирегендә Урал аръяғында (Тубыл митрополитыныҡы) формалашыуы күҙәтелә. 16 б. 70‑се йй. аҙ. Өфө Сергиев монастыры А. ойошторола. 17 б. уртаһында Башҡортостанда ер биләмәләре һатып алыу хоҡуғын Рәсәйҙең үҙәк губерналары монастырҙары ала (башлыса Кама һәм Ағиҙел йй. буйында балыҡ тотоу урындарын һатып алалар). Мәхәллә руханиҙары А. араһында иң ҙуры Ҡазан Божья Матерь сиркәүенеке була. 18 б. 60‑сы йй. башына ҡарай иң эре А. Далмат Успение ир-егеттәр монастыры һәм Успение ир-егеттәр монастыры эйә була. 1764 й. ҡарай сиркәү‑монастырь А. 80‑дән ашыу торама пункт ҡарай.

Тау заводы А., шәхси тау заводының ер милке. Башҡортостанда 18 б. башында барлыҡҡа килә. Тау заводы А. күпселеге башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә (артабан һатып алыу шарты м‑н керҙәшлек килешеүе б‑са) нигеҙләнгән була. 17 б. аҙ. — 18 б. 100‑ҙән ашыу тау заводы төҙөлә (ҡара: Тау сәнәғәте). 18 б. аҙ. ҡарай заводтар төҙөүгә 5,7 млн дисәтинәнән ашыу ер бүленә. 19 б. аҙ. иң эре А. (мең дисәтинә) Архангел суйын иретеү заводы (110 мең дисәтинәнән ашыу), Белорет заводы (230‑ҙан ашыу), Златоуст (Косотур) заводы (510‑дан ашыу), Ирга заводтары (100‑ҙән ашыу), Корин заводы (150‑гә яҡын), Кәҫле заводы (350‑гә яҡын), Ҡананикольск заводы (240‑ҡа яҡын), Ҡытау-Ивановка заводы (170‑кә яҡын), Наҙы-Петровск заводы (430‑ҙан ашыу), Рәүҙе заводы (100‑гә яҡын), Соҡсон заводы (120‑гә яҡын), Түбәнге Троицк заводы (180), Үрге Троицк заводы (110‑ға яҡын), Һирге заводтары (240‑тан ашыу), Шилва заводы (210‑дан ашыу), Эҫем заводтары (300‑гә яҡын), Әртә заводы (130‑ға яҡын) һ.б. хужа була; бәләкәй А. (мең дисәтинә) Ашап заводы (3‑кә яҡын), Богословский заводы (16‑нан ашыу), Варзы-Алексеевка заводы (3‑кә яҡын), Вознесенка (Ырғыҙлы) заводы (50‑нән ашыу), Воскресенка заводы (59), Ташлы заводтары (14‑кә яҡын), Уй заводы (4‑тән ашыу), Верхотор заводы (29), Әүжән-Петровск заводтарында (30‑ға яҡын) һ.б. була.

Әҙәб.: Сергеев Ю.Н. Церковно-монастырское землевладение в Башкирии (конец XVI — середина XVIII в.) // Социально‑экономическое и политическое развитие Башкирии в конце XVI — начале XX в. Уфа, 1992.

Б.Әҙнабаев, А.И.Аҡманов, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019