Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДАЙСА

Просмотров: 1508

ДАЙСА, ыҙанлы, ыҙанланған һәм юридик рәсмиләштерелгән ер биләмәһе; Генераль ыҙанлау берәмеге. 1798 й. 14 авг. “Ырымбур, Һарытау һәм Сембер губерналарында ерҙәрҙе ыҙанлау өсөн юғары власть раҫлаған дөйөм Межалау инструкцияһына өҫтәмә статьялар һәм сенат фекере”нә ярашлы, Ырымбур губернаһында дайсаларҙы ыҙанлағанда аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба) ҡарамағындағы бөтә ерҙәр һаҡлап ҡалдырыла; башҡорттарҙың Д. сиктәре башлыса башҡорт улустары сиктәре м‑н тап килгән. Д. бер нисә тиҫтә торама пунктты, бер йәки бер нисә заводты, айырым вотчинаны (башҡорт, дворян һ.б.) үҙ эсенә алған; ҡайһы берҙә уның нигеҙен “яҙыу б‑са бирелгән дайсалар” (16—17 бб. дворяндарға юғары власть исеменән сиктәре күрһәтелеп жалованный грамоталар м‑н бирелгән ерҙәр) тәшкил иткән. Генераль ыҙанлау барышында күпселек Д. сиктәре билдәләнгән, ыҙанлау кенәгәләре һәм пландары төҙөлгән (сиктәре геогр. ориентирҙар б‑са билдәләнгән; пландың һәм ыҙанлау кенәгәләренең төп нөсхәләре Мәскәүҙәге Межалау канцелярияһы архивына ебәрелгән, күсермәләре ер биләмәләре хужаларына бирелгән һәм өйәҙ, губ. учреждениеларына тапшырылған). Д. билдәле бер номер аҫтында – өйәҙ (айырым биләмәләрҙең хужаһы күрһәтелгән), артабан губерна пландарына индерелгән. 1798 й. йәйендә Ырымбур ыҙанлау контораһы (ҡара: Ыҙан комиссиялары) Бөрө өйәҙенә, Бөгөлмә өйәҙенә, Быҙаулыҡ өйәҙенә, Верхнеурал өйәҙенә, Минзәлә өйәҙенә, Ырымбур өйәҙенә, Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Троицк өйәҙенә, Өфө өйәҙенә һәм Силәбе өйәҙенә үлсәүҙәр үт- кәреү өсөн ер үлсәүселәр командалары ебәрә. 1798 й. Ырымбур губ. терр‑яһында дөйөм майҙаны 1,3 млн дисәтинәнән ашыу 165 Д. ыҙанлана, 152 план һәм 110 ыҙанлау кенәгәһе төҙөлә; 1799 й. майҙаны 2 млн дисәтинәнән ашыу 255 Д. ыҙанлана, 192 план һәм 131 ыҙанлау кенәгәһе төҙөлә; 1800 й. майҙаны 3,7 млн дисәтинәгә яҡын 135 Д. ыҙанлана, 131 план һәм 82 ыҙанлау кенәгәһе төҙөлә (ш. уҡ ҡара: 1‑се табл.). 1805 й. ҡарата губерна терр‑яһының 90%‑тан ашыуы ыҙанлана. 1798—1805 йй. Өфө өйәҙе терр‑яһында 398 Д. ыҙанланған, уларҙың 310‑ы — дворяндарҙыҡы (майҙаны 100 дисәтинәгә тиклем 73 Д.; 500 дисәтинәгә тиклем — 99; 1 мең дисәтинәгә тиклем — 51; 5 мең дисәтинәгә тиклем — 64; 10 мең дистинәгә тиклем — 14; 10 мең дисәтинәнән ашыу — 9 Д.), 33‑ө — башҡорттарҙыҡы (100 дисәтинәгә тиклем 1 Д.; 500 дисәтинәгә тиклем — 2; 1 мең дисәтинәгә тиклем — 4; 5 мең дисәтинәгә тиклем — 4; 10 мең дисәтинәнән ашыу — 1; 20 мең дисәтинәгә тиклем — 11; 20 мең дисәтинәнән ашыу — 10), 34‑е дәүләт крәҫтиәндәре һәм удел крәҫтиәндәренеке (100 дисәтинәгә тиклем 2 Д.; 500 дисәтинәгә тиклем — 3; 1 мең дисәтинәнән ашыу — 1; 5 мең дисәтинәгә тиклем — 24; 10 мең дисәтинәгә тиклем — 3; 10 мең дисәтинәнән ашыу — 1) булған.

Ырымбур губ. башҡорт Д. дөйөм майҙаны 12,8 млн дисәтинә ер (губ. терр‑яһының 45%) тәшкил иткән: аҫаба башҡорттар (1795 й. 5‑се ревизия б‑са 41117 кеше) — 3,2 млн яҡын (11%), керҙәштәр м‑н берлектә (14293 кеше, ш. иҫ. керҙәш башҡорт 4336 кеше) 9,6 млн дисәтинәнән ашыу (34%) ер биләгәндәр. 1806—42 йй. башлыса Д. сиктәрен билдәләүгә, ш. уҡ бер Д. эсендә айырым биләмәләрҙе бүлеүгә ҡағылған бәхәсле мәсьәләләр ҡаралған; ыҙанлау документтары төҙөлгән. Башҡ. Д. эсендә аҫаба башҡорттар һәм халыҡтың төрлө категорияһы вәкилдәре араһында ер бүлеү башлыса Махсус ыҙанлау барышында үткәрелгән, 1806—1917 йй. Ырымбур һәм Өфө губерналары терр‑яһында Ген. ыҙанлау саралары м‑н бергә алып барылған. Башҡорттарҙың һәм төбәктең башҡа халыҡтарының ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен тулыһынса хәл итеү маҡсатында бер нисә өҫтәмә закон акттары сығарылған, уларҙа аҫаба башҡорттарҙың, мишәрҙәрҙең, типтәрҙәрҙең, дәүләт крәҫтиәндәренең башҡ. Д. терр‑яһында биләгән ерҙәренә хоҡуҡтары билдәләнгән (1824 й. 15 апр. указы); аҫаба башҡорттарҙың һәр ир‑ат башына — 40–60 дисәтинә, хәрби ведомство керҙәштәренә — 30‑ар дисәтинә, граждан керҙәштәргә 15‑әр дисәтинә иҫәбенән ер м‑н тәьмин итеү нормаһы ҡуйылған [Указ (1832 й. 10 апр.)]; хәрби ведомство керҙәштәренә башҡ. Д. терр‑яһынан ер биреү тәртибе билдәләнгән (1857 й. 23 июль указы); башҡ. Д. терр‑яһында йәшәгән кенәздәр, мырҙалар, сауҙагәрҙәр һәм мещандарҙың ер биләүе ҡанунлаштырылған (1884 й. 10 ғин. указы) һ.б. 19 б. 40‑сы йй. Ырымбур губ. 1112 Д., ш. иҫ. дөйөм майҙаны 14 млн. дисәтинәнән ашыу ере булған 201 башҡ. Д. теркәлгән. 19 б. 40‑сы йй. Вятка губернаһында, Пермь губернаһында һәм Һарытау губернаһында дөйөм майҙаны 1,3 млн яҡын дисәтинә ере булған 24 башҡ. Д. иҫәпләнгән, ш. иҫ. Вятка губ. — 2, Пермь губ. — 15, Һарытау губ. — 7.

19 б. 60‑сы йй. Ырымбур губ. — 27 (яҡынса 5 млн дисәтинә ер), Өфө губ. — 87 (яҡынса 7 млн дисәтинә), Пермь губ. — 12 (яҡынса 1,5 млн дисәтинә), Һамар губернаһында — 7 (0,4 млн ашыу дисәтинә), Вятка губ. 2 (0,03 млн ашыу дисәтинә) башҡ. Д. иҫәптә торған. Указ (1869 й. 10 февр.) б‑са, башҡ. Д. күп ерлеләргә (аҫаба башҡорттарҙың һәр ир‑ат башына 40—60 дисәтинә ер бирелгән) һәм аҙ ерлеләргә (15‑әр дисәтинә) бүленгән. Башҡ. Д. эсендә төрлө биләмәләр — аҫаба башҡорттарҙың, хәрби ведомство керҙәштәренең, граждан ведомстволар керҙәштәренең бүлемдәре, аҫаба башҡорттарҙан ер һатып алған күскенселәрҙең бүлемдәре; кенәздәр, мырҙалар, сауҙагәрҙәр һәм мещандар милкендәге бүлемдәр; аҫаба башҡорттарҙың коллектив милке булған ерҙәр айырып күрһәтелгән. 19 б. аҙағына ҡарай башҡ. Д. дөйөм майҙаны яҡынса 9 млн дисәтинә ер тәшкил иткән. 19 б. аҙ. — 20 б. башында ыҙанлау комиссиялары материалдары һәм П.И.Рычков мәғлүмәттәре нигеҙендә (ҡара: “Ырымбур топографияһы”) С.И.Руденко тарафынан “Ырыу төркөмдәре һәм башҡорт дайсалары ерҙәре картаһы” (ҡара: 2‑се табл. һәм карта) төҙөлгән.

Әҙәб.: Родоканаки А.И. Особые и местные межевания и землеустройство. Уфа, 1910; Шульгин М.М. Землеустройство и переселения в России в XVII и первой половине XIX вв. М., 1928.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

1‑се табл.

Ырымбур губернаһында дайсалар ыҙанлау

Йыл

Дайсалар иҫәбе

Дайсалар майҙаны, дисәтинә

1798

165

1301493

1799

255

2006720

1800

135

3684171

1801

254

4606697

1802

245

3840633

1803

133

5704230

1804

62

2939326

1805

35

3984290

Бөтәһе

1284

28067560

 

 2‑се табл.

Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәләре һәм ыҙанлы дайсалар (С.И.Руденко б‑са)

П.И.Рычков мәғлүмәттәре

Ыҙан комиссияһы мәғлүмәттәре

 картала дайсаның һаны

Ҡәбиләләр (ырыуҙар) һәм улустар

Аймаҡтар һәм түбәләр

Башҡорт дайсалары

1

2

3

4

Нуғай даруғаһы

Мең, Мең улусы

Ҫыбы

Ҫыбы-Мең

1

 

Ҡырҡ-Өйлө

Ил-Күл-Мең-Күл-Иле-Мең

2

 

Яйыҡ-Ҫыбы

Бәгәнәш-Мең

3

 

Күл-Иле-Мең

Меркет

4

 

Ҫарылы-Мең

Яйыҡ-Ҫыбы-Ил-Мең    

5

 

Нуғайлар-Мең

Өршәк-Мең-Ҡыр-Күл-Мең

6

 

Меркет

Мең

7

 

Өршәк-Мең

Ҫыбы-Ил-Мең

8

 

Илкәй-Мең

Ҡыбау

9

 

Ҫарылы

Юрмый-Мең

10

 

Ҡыбау

Мең

11

 

Ыҡ-Мең

Ҡыбау

12

 

 

Мең

13

 

 

Мең

14

Табын, Табын улусы

Бишул

Бишул-Табын

15

 

Кесе Табын

Төкөн-Кесе Табын, Дыуан-Табын

16

 

Йомран-Табын

Йомран-Табын

17

 

Кәлсер-Табын

Күрпәс-Табын

18

 

Ҡумрыҡ

Кенәз Күрпәс-Табын, Һарт

19

 

Дыуан-Табын

Ҡумрыҡ-Табын

20

 

Мәллә-Табын

Күрпәс-Табын

21

 

 

Кәлсер-Табын

22

 

 

Кесе-Табын

23

 

 

Йомран-Табын

24

Юрматы, Юрматы улусы

Мишәр-Юрматы

Юрматы

25

 

Тәлтем

Юрматы

26

 

Баҡай

Юрматы

27

 

Арлар

Юрматы

28

 

Биш-Ҡазан

Тәлтем-Юрматы

29

 

Маҡар

Тәлтем-Юрматы

30

 

 

Мишар-Юрматынская

31

Ҡыпсаҡ, Ҡыпсаҡ улусы

Бошман

Гәрәй-Ҡыпсаҡ

32

 

Һун-Ҡыпсаҡ

Ҡарағай-Ҡыпсаҡ

33

 

Сәнкем

Сәнкем-Бошман-Ҡыпсаҡ

34

 

Һарыш-Ҡыпсаҡ

Бошман-Һыуын-Ҡара Ҡыпсаҡ

35

 

Гәрәй-Ҡыпсаҡ

Ҡыпсаҡ (Аҡ)

36

 

Ҡарағай-Ҡыпсаҡ

Ҡара Ҡыпсаҡ

37

 

 

Ҡыпсаҡ

38

Бөрйән, Бөрйән улусы

Жанса-Бөрйән

Бөрйән

39

 

Байулы

Бөрйән

40

 

Мушаш

Бөрйән

41

 

Ямаш

Бөрйән

42

 

Ҡарағай- Бөрйән

 

 

 

Дир-Бөрйән

 

 

 

Нуғайлар

 

 

Үҫәргән, Үҫәргән улусың

Әй-Үҫәргән

Үҫәргән

43

 

Яутүбә-Үҫәргән

Үҫәргән

44

 

Шешәй

Үҫәргән

45

 

Бишәй

Үҫәргән

46

 

Һүрән

 

 

 

Сураш

 

 

Түңгәүер, Түңгәүер улусы

Урман-Түңгәүер

Түңгәүер

47

 

Ялан-Түңгәүер

Тамъян-Түңгәүер

48

Тамъян, Тамъян улусы

Ҡуян

 

 

 

Мылтыҡ

Тамъян

49

 

Мәсәғот

 

 

 

Ыҡ-Тамъян

   

Табын, Табын улусы

Күбәләк    
  Теләү Күбәләк 50
  Ҡарағай Теләү 51
  Кесе Йомран-табын    
Ҡатай, Ҡатай улусы Иҙел-Ҡатай    
  Ҡушыҡ-Ҡатай Ҡатай (Инйәр й. буйында) 52
  Инйәр-Ҡатай Ҡатай 53
  Ҡоҙғон-Ҡатай    

   Себер даруғаһы

Көҙәй, Көҙәй улусы

Урман-Көҙәй

 

 

 

Бүләкәй-Көҙәй

 

 

 

Ҡыр-Көҙәй

 

 

 

Шайтан-Көҙәй

 

 

 

Нуғайлар

Урман-Көҙәй

54

 

Сүпбирҙе

Бүләкәй-Көҙәй

55

 

Уҫраҡ-Көҙәй

Шайтан-Көҙәй

56

 

Ырыҫбай-Көҙәй

Ҡыр-Көҙәй

57

 

Ҡулдар-Көҙәй

 

 

 

Дыуан-Көҙәй

 

 

 

Төрөкмән

 

 

 

Ләмәҙ-Төрөкмән

 

 

Танып, Танып улусы

Ҡыр-Танып

Оло һәм Кесе Ҡошсо

58

 

Балыҡсы

Балыҡсы

59

 

Су-Танып

Өфө-Танып

60

 

Ун

Су-Ун

61

 

Ҡыр-Ун

Танып

62

 

Су-Ун

Танып

63

 

Байҡы

Ҡара-Танып

64

 

Ҡайпан

Ҡара-Танып

65

 

Өкөн

 

 

Әйле, Әйле улусы

Арша

Мырҙалар         

66

 

Йылан-Әйле

Ҡаратаулы

67

 

Өпәй

Түбәләҫ

68

 

Дыуан

Тырнаҡлы

69

 

Таҙ-Дыуан

Әйле

70

 

Һыҙғы

Һарт

71

 

Яйырлы

Дыуан-Мәсетле

72

 

Мырҙалар

Өпәй

73

 

Тырнаҡлы

Һыҙғы

74

 

Ҡаратаулы

 

 

 

Һарт

 

 

 

Түбәләҫ

 

 

 

Сүпле-Һыҙғы

 

 

Ҡыуаҡан, Ҡыуаҡан улусы

Исәт провинцияһы

Йылан-Ҡыуаҡан

 

 

 

Тау-Ҡыуаҡан

 

 

 

Һатҡы-Ҡыуаҡан

Ҡыуаҡан

75

 

Сәғит-Ҡыуаҡан

 

 

 

Ҡыркүле-Ҡыуаҡан

 

 

Исәт провинцияһының Табын, Барын-Табын

улустары

 

Барын-Табын

76

Исәт провинцияһының Табын, Ҡара-Табын

улустары

Әйле-Табын

 

 

 

Күкйөрәк-Табын

 

 

 

Ҡыпсаҡ- Табын

Ҡара-Табын

77

 

Мөсөл-Табын

 

 

 

Аҡшураз-Табын

 

 

Ҡатай, Ҡатай улусы (Урал аръяғы)

Бала-Ҡатай

Һыҙғы

78

 

Бүшкүр

Ҡатай

79

 

Һеңрән

Һарт-Ҡалмаҡ

80

 

Һыҙғы

Салйоғот

81

 

Баллы-Ҡатай

Бала-Ҡатай

82

 

Сырҙы

Мәкәтин

83

 

Терһәк

Сырҙы

84

 

Бәкәтин

Балаҡатай

85

 

Салйоғот

Билән

124

 

Һартлар

 

 

  Ҡазан даруғаһы

Ҡаршын, Ҡаршын улусы

Аҡбаш

 

 

 

Ҡарған

Ҡаршын

86

 

Ҡәҙрәй

 

 

Ҡаңлы, Ҡаңлы улусы

Иҙел-Ҡаңлы

Ҡаңлы

87

 

 

Ҡаңлы

88

 

Ҡыр-Ҡаңлы

Ҡаңлы

89

 

 

Ҡаңлы

90

 

Йөрәктау-Ҡаңлы

Ҡаңлы

91

 

 

 

 

 

Аҡтау-Ҡаңлы

Ҡаңлы

92

Йәлдәк, Йәлдәк улусы

Өфө-Йәлдәк

Йәлдәк

93

 

Ҡыр-Йәлдәк

Йәлдәк

94

 

Бүре-Йәлдәк

Йәлдәк

95

Гәрә, Гәрә улусы

Урман-Гәрә

Гәрә

96

 

Иҙел-Гәрә

Урман-Гәрә

97

Тугыҙ

 

 

 

Йәнәй, Йәнәй улусы

 

Йәнәй

98

 

 

Йәнәй

99

 

 

Йәнәй

100

 

 

Йәнәй

101

Байлар, Байлар улусы

 

Ҫарылы-Мең-Байлар

102

 

 

Байлар

103

 

 

Байлар

104

 

 

Байлар

105

 

 

Байлар

106

 

 

Ҡыр-Йылан-Байлар

107

Дыуан, Дыуан улусы

Дыуанай

 

 

 

Әджәй-Дыуанай

 

 

 

Рысмаҡай

 

 

 

Баҡай

 

 

 

Талбазы

 

 

Йылан, Йылан улусы

Ҡыр-Йылан

Ҡыр-Йылан

108

 

Иҙел-Йылан

Эске Йылан

109

 

Бәҙрәк

Йылан

110

 

 

Эске Йылан

111

Ерән йорто

 

 

 

Ҡырғыҙ, Ҡырғыҙ улусы

 

Ҡырғыҙ

112

 

 

Ҡырғыҙ

113

 

 

Ҡырғыҙ

114

 

 

Ҡырғыҙ

115

Бүләр, Бүләр улусы

 

 

Бүләр

116

 

 

Бүләр

117

 

 

Бүләр

118

  Уҫы даруғаһы

Таҙ, Таҙлар улусы

 

Таҙлар

119

Ыуаныш, Ыуаныш улусы

 

 

 

Уран, Уран улусы

 

Уран

120

Ирәкте, Ирәкте улусы

 

Ирәкте

121

 

 

Ирәкте

122

Ғәйнә, Ғәйнә улусы, унда 562 йорт

Мол-Ғәйнә

Ғәйнә

123

 

Тол-Ғәйнә

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019