Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ

Просмотров: 1880

ЙЫЛҒА ТРАНСПОРТЫ, эске һыу юлдары буйлап пассажирҙар һәм йөк ташыуҙы тормошҡа ашырған транспорт төрө. Ырымбур губернаһында 18 б. төп бәйләнеш юлдары булып йылғалар торған. Яҙғы ташҡын ваҡытында йылғалар буйлап ауыр йөклө үҙе йөрөмәгән судноларҙа Урал тау заводтары продукцияһы сығарыла. Һәр бер судно 9 мең ботҡа яҡын металл ташый; Ағиҙел й. үрге ағымынан Түб. Новгород ҡ. тиклем ара яҡынса 2,5 айҙа үтелә. 1857 й. судносылыҡ асыу өсөн Ағиҙел й. һыу юлы тикшерелә, 1858 й. йәйендә Өфөгә тәүге пароходтар килә, 1859 й. Өфө—Ҡазан пассажирҙар, 1860 й. Өфө—Түб. Новгород йөк ташыу бәйләнеше асыла. Пароходтар судносылығын ойоштороу Өфө губернаһының Волга буйы һәм Рәсәйҙең үҙәк райондары м‑н сауҙа бәйләнештәре үҫешенә булышлыҡ итә; Бөрө, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Табын һәм Топорнин (хәҙ. Кушнаренко а.), Дүртөйлө аа. пристандәре эре йөк күсереп тейәү пункттары була. Ташылған төп йөк: металл, ағас, тоҙ, иген, һөнәрселәр етештергән әйберҙәр һ.б. 80‑се йй. аҙағынан ер өҫтө юлдары хужалығы үҫешә башлай. 1918 й. йылға флоты национализациялана һәм Өфө район һыу транспорты идаралығы ойошторола. 30‑сы йй. Ағиҙел й. ышаныслы тәрәнлеге яҡынса 120 см тәшкил итә, Сафронов пристане (ҡара: Вокзалдар) үҙгәртеп ҡорола, пристандәрҙә йөк тейәү‑бушатыу эштәрен механизациялау башлана. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ағиҙел йылға пароходсылығы суднолары фронт алды зонаһында ғәскәрҙәр һәм ҡорал, эвакуацияланған халыҡты һәм ҡорамалдар ташый. 1944—53 йй. БАССР МС‑ы эргәһендә Бәләкәй йылғаларҙы транспорт йәһәтенән үҙләштереү идаралығы эшләй. 40‑сы йй. аҙ. респ. нефть флоты (ҡара: “БашВолготанкер”) төҙөлә. 1959 й. Павловка һыуһаҡлағысы файҙаланыуға тапшырыла, был Ҡариҙел й. судносылыҡ шарттарын яҡшырта. 1961 й. алып Өфө йылға порты Волга пароходсылығының эре тоннажлы судноларын ҡабул итә. 50‑се йй. аҙ. суднолар ремонтлау‑эшләү заводы 300 һәм 600 т йөктө күтәреүгә һәләтле металл баржалар, 1973 й. буксир теплоходтары эшләүҙе үҙләштерә. 60‑сы йй. урындағы юлдарҙа тиҙ йөрөшлө “Ракета”, 80‑се йй. башлап “Восход” һыу аҫты ҡанаттары булған теплоходтар файҙаланыла башлай. Башҡортостанда 2011 й. эске һыуҙарҙағы судно юлдарының дөйөм оҙонлоғо 928 км тәшкил итә. Төп йөк ташыусылар: Башҡортостан йылға пароходсылығы, “БашВолготанкер” судносылыҡ компанияһы, “Бөрө” һәм “Өфө” йылға порттары, “Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡала округының граждандарҙы яҡлау идаралығы” муниц. бюджет учреждениеһының Һыуҙа йөк ташыу хеҙмәте. Транспорт төрҙәре б‑са йөк ташыу структураһында Й.т. өлөшө — 2,5%. Төп йөк: ҡом, ҡырсын, нефть продукттары, ашламалар, тоҙ, эре габаритлы йөк. Йөк һәм пассажирҙар ташыу күләме табл. бирелгән. Й.т. өсөн белгестәр Йылға училищеһында әҙерләнә.

Ш.С.Сәйфуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Башҡортостан Республикаһында эске һыу транспортында йөк һәм пассажирҙар ташыу күләме

Күрһәткестәр

1995

2000

2004

2010

2011

Йөк ташылған, мең т

5556,8

6198,1

3607,3

5250,6

5178,5

Йөк әйләнеше, млн т-км

3156,7

2521,0

1249,7

5950,8

5937,1

Пассажирҙар ташылған, мең кеше

157,4

174,3

171,8

972,0

790,8

Пассажирҙар әйләнеше, мең пасс.-км

26809

46116

28564

29600

28650

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: