Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШВТОРЦВЕТМЕТ, ААЙ

Просмотров: 700

“БАШВТОРЦВЕТМЕТ”, ААЙ. Тимер-томор, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын (ҡара: Икенсел ресурстар) йыйыу һәм эшкәртеүҙе тормошҡа ашыра. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составы: Октябрьский, Өфө, Стәрлетамаҡ цехтары; Нефтекама, Сибай участкалары; Бөрө ҡ. филиал; БР территорияһындағы ҡабул итеү пункттары селтәре. 2010 й. 166 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең икенсел төҫлө һәм ҡара металл етештереү предприятиелары.

 1965 й. “Вторчермет” Башҡ. производство-әҙерләү идаралығын (ҡара: Башвтормет) үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә “Вторцветмет” Башҡ. республика производство-әҙерләү идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып Башҡортостан дәүләт предприятиеһы, 1993 й.  алып ААЙ, 1996 й. башлап “Б.”. 2019 й. ябыла.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023