Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИКЕНСЕЛ РЕСУРСТАР

Просмотров: 1106

ИКЕНСЕЛ РЕСУРСТАР, тәүге файҙаланыуҙан һуң башланғыс сеймал булараҡ производствола ҡабаттан ҡулланып була торған сеймал, материал һәм изделиелар. И.р. төп төрҙәре: ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтары, икенсел полимер сеймал, ағас һәм туҡыма ҡалдыҡтары, файҙаланылған нефть продукттары, макулатура, файҙалы ҡаҙылмаларҙы сығарыу һәм байыҡтырыу ҡалдыҡтары, икенсел яғыулыҡ-энергетика ресурстары һ.б. Ресурстарҙың күләме һәм ҡиммәтлелеге б‑са амортизация һыныҡтары һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары рәүешендәге төрлө икенсел металдар ҙур әһәмиәткә эйә. БР‑ҙа икенсел сеймалдың төп сығанаҡтары булып Белорет металлургия комбинаты (металлургия эшкәртеүе шлактары), Бүребай тау‑байыҡтырыу комбинаты һәм Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты (файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡаплап торған тау тоҡомдары, байыҡтырыу ҡалдыҡтары), Хәйбулла тау компанияһы (файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡаплап торған тау тоҡомдары), “Мәләүез минераль ашламалары” ААЙ (фосфогипс, пирит ҡалдығы), “Башнефть” АНК пр‑тиелары һәм нефть эшкәртеү пр‑тиелары (нефть шламдары ҡалдыҡтары) һ.б. тора. Металлургия эшкәртеүе шлактарын — Белорет металлургия комб‑ты, файҙалы ҡаҙылмаларҙы ҡаплап торған тау тоҡомдарын — Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑ты, ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтарын һәм ҡалдыҡтарын, аккумулятор батареяларын —“Башвтормет” һәм “Башвторцветмет” ААЙ-лары, эшкәртелгән нефть продукттарын — “Башкирнефтепродукт” ААЙ, “Урал-Нафта” ЯСЙ (Стәрлетамаҡ ҡ.), Өфө быраулау эштәре идаралығы, макулатураны — Ҡатырға‑ҡағыҙ комб‑ты (Туймазы ҡ.), “Кровля” ААЙ, полимер ҡалдыҡтарын — “Электроаппарат” ААЙ, “Ландыш” (Туймазы ҡ.), “Искра”, “Грин” (икеһе лә — Октябрьский ҡ.) ЯСЙ‑лары һ.б., туҙған шиндарҙы — “ЭНТИ” ҒПП (Өфө), люминесцент лампаларҙы Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институты, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһе йыя һәм ҡабаттан эшкәртә. Пирит ҡалдығы РФ‑тың цемент з‑дтарына ебәрелә. Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигондары (42 полигон) м‑н үҙәктән идара итеүҙе, селектив йыйыу системаһын камиллаштырыуҙы, ҡалдыҡтарҙы заманса технологиялар нигеҙендә эшкәртеү һәм яңынан файҙаланыу производстволарын булдырыуҙы һәм үҫтереүҙе “Тәбиғәт” ДУП‑ы (Өфө) тормошҡа ашыра. 2011 й. БР‑ҙа 59,14 млн т ҡалдыҡ булып, шуның 11,85 млн т эшкәртелгән.

И.В.Исламов, В.Ғ.Хәйруллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023