Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОРИСОВА Нинель Андреевна

Просмотров: 1173

БОРИСОВА Нинель Андреевна (7.11.1924, Бөрө ҡ. — 10.8.2019, Өфө), невролог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1972), проф. (1973). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1947) шунда уҡ эшләй (1966—89 йй. нервы ауырыуҙары каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1967—90 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш неврологы. Фәнни хеҙмәттәре баш мейеһенең проф. һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарын, нервы системаһының экологик һәм генетик факторҙарға бәйле дегенератив ауырыуҙарын өйрәнеүгә арналған. Б. тарафынан сирингомиелияны, мейенең ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән. 340‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. Рәсәй неврологтар йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1966 й. алып). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971).

Хеҙм.: Сирингомиелия. М., 1989 (авторҙ.); Экологические и генетические аспекты неврологической заболеваемости в Башкирии. М., 1991 (авторҙ.); Проблемы экологии, принципы их решения на примере Южного Урала. М., 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0
Связанные статьи: