Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕВРОЛОГИЯ

Просмотров: 1257

НЕВРОЛОГИЯ (невро... һәм ...логия), нормала һәм патологияла нервы системаһының төҙөлөшө һәм функциялары, уның фило‑ һәм онтогенетик үҫеше законлыҡтары т‑дағы мед.-биол. фән. Клиник Н. (невропатология) — нервы ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын һәм клиник сағылышын өйрәнеүсе, уларҙы диагностикалау, дауалау һәм алдан иҫкәртеү ысулда‑ рын эшләүсе клиник мед. бүлеге. Башҡортостанда Н. 20 б. 30‑сы йй. башында Өфөлә физиотерапия ғилми-тикшеренеү ин‑ты ойошторолғандан һуң үҫешә башлай, 1936 й. уның базаһында БДМИ‑ның нервы ауырыуҙары каф. асыла (ҡара: Медицина университеты). Фәнни тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре: нейротравматология, нейроэндокринология, нейрогенетика, курортология, географик патология, нервы системаһының һөнәри ауырыуҙары, сирингомиелия һәм краниовертебраль аномалиялар. 40‑сы йй. нейротравмалар, ш. иҫ. һуғыш ваҡытында алған нейротравмалар, өйрәнелә, нервы системаһы, ш. иҫ. арҡа мейеһе, травмаһын алған ауырыуҙарҙы реабилитациялауҙың этаплы системаһы эшләнә (Н.Ф.Воробьёв, К.Ғ.Вәлиева, М.Р.Йәнекәева, Н.И.Савченко һ.б.). 1947 й. нервы ауырыуҙары клиникаһы эргәһендә респ. беренсе профпатология бүлеге асыла, 1955 й. уның базаһында Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ булдырыла (ҡара: Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы институты). Периферик нервы системаһы ауырыуҙары (Воробьёв һ.б.), балалар церебраль параличы (Ә.С.Мифтахова), сирингомиелия терапияһы ваҡытында “Красноусол”, “Янғантау” һ.б. шифаханаларҙың дауалау факторҙары өйрәнелә. 40‑сы йй. аҙ. алып тәбиғи сығанаҡлы нейроинфекциялар — талпан энцефалиты, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк, талпан нейробореллиозы проблемалары б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.А.Ибәтуллин, Р.В.Мәғжәнов, Л.Б.Новикова, Савченко, М.Е.Третьякова һ.б.), БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш райондарының экологик‑эпидемиологик үҙенсәлектәре (Н.А.Борисова, Мәғжәнов һ.б.), тарҡау склероздың (Ә.Ғ.Бәкеров), мейеләге шештәрҙең (Вәлиева), сирингомиелияның үҫешенә тирә-яҡ мөхиттә тупланған микроэлементтар йоғонтоһо өйрәнелә. 50‑се йй. башынан Савченко етәкс. нервы системаһының углеводородтар һәм вибрация м‑н һөнәри зарарланыуын өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, уларҙы дауалау ысулдары һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу б‑са тәҡдимдәр эшләнә (Борисова, А.И.Слободчикова һ.б.). 60‑сы йй. башынан нервы системаһының нәҫелдән килгән һәм хроник дегенератив ауырыуҙары өйрәнелә (Мәғжәнов, Третьяков һ.б.). Борисова етәкс. сирингомиелияның эпидемиологияһы, патогенезы, клиник сағылышы тикшерелә, ауырыуҙарҙың беренсел инвалидлыҡ кимәлен төшөрөүгә булышлыҡ иткән диагностика һәм дауалау ысулдары эшләнә. 1970 й. Ғ.Ғ.Ҡыуатов ис. Респ. клиник дауаханаһы эргәһендә мед. генетикаһы кабинеты асыла (ҡара: Медицина‑генетика консультацияһы), Биохимия һәм генетика институты м‑н берлектә (Э.К.Хөснөтдинова һ.б.) нәҫелдән килгән патологияны асыҡлау ысулдарын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1993 й. респ. нәҫелдән килгән һәм нәҫелдән‑нәҫелгә күсә килгән бирешеүсәнлек булған ауырыуҙарҙың ДНК‑диагностикаһы индерелә (Мәғжәнов, Хөснөтдинова). БДМУ‑ла, Биохимия һәм генетика ин‑тында нервы системаһының нәҫелдән килгән дегенератив ауырыуҙары ваҡытында нейроэндокрин регуляция боҙолошо өйрәнелә (У.Б.Дәүләтшин, Г.А.Кучаева, Мәғжәнов), миастения (А.Т. Ишмөхәмәтова), сирингомиелия (Һиҙиәтова, Ә.С.Әбелғатина), Паркинсон ауырыуы (А.Р.Байтимеров, И.Р. Ғиләжева), тарҡау склерозға (К.З. Бәхтейәрова, О.Е.Мостафина) бирешеүсәнлектең ген‑кандидаттары тикшерелә. 1970 й. алып Респ. клиник дауаханаһы базаһында БР‑ҙың Неврология үҙәге, 1990 й. — Респ. балалар психоневрологик реабилитация үҙәге эшләй.

Әҙәб.: М а г ж а н о в Р.В., Б о р и с о в а Н.А., Б а й б а з а р о в а Ф.М. Кафедра неврологии БГМУ. 1936—2006. Уфа, 2007. 

Р.В.Мәғжәнов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: