Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРБАТОВ Александр Васильевич

Просмотров: 1626

ГОРБАТОВ Александр Васильевич (9.3.1891, Владимир губернаһы Пахотино а. — 7.12.1973, Мәскәү ҡ.), кавалерист, армия генералы (1955). Советтар Союзы Геройы (1945). Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында, совет-поляк һуғышында (1920) ҡатнашыусы. Кавалерия командирҙары курстарын (Новочеркасск ҡ., 1926), командирҙар составын камиллаштырыу юғары курстарын (Мәскәү ҡ., 1930) тамамлаған. 1912—18 йй. рус армияһында, унтер-офицер; 1919—1938 йй. һәм 1941 й. алып Совет армияһында. 1920 й. авгусында — 1921 й. апрелендә Башҡорт айырым кавалерия бригадаһы командиры. 1921 й. ноябренән Червон казактарының 2‑се Чернигов кавалерия дивизияһының 12‑се, 1922 й. ноябренән 8‑се, 1923 й. алып 7‑се кавалерия полкы командиры. 1933 й. башлап 4‑се — Төрөкмән тау-кавалерия дивизияһы, 1936—37 йй. 2‑се кавалерия дивизияһы командиры, 1938 й. 6‑сы кавалерия корпусы командиры урынбаҫары. 1938 й. репрессиялана, 1941 й. мартында тотҡонлоҡтан азат ителә, званиеһы ҡайтарыла. 1941 й. июненән Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш, Дон, Сталинград, Брянск, Үҙәк, Белоруссия, 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 3‑сө армия командующийы генерал‑полковник Г. 1945 й. Көнсығыш Пруссия операцияһы барышында ғәскәрҙәр менән оҫта етәкселек иткәне һәм шәхси ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 1945 й. башлап оператив-стратегик берекмәләр, 1950 й. — Һауа-десант ғәскәрҙәре, 1954 й. алып Балтик буйы хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы. 1958 й. башлап СССР Оборона министрлығының Генерал инспекторҙар төркөмөнөң хәрби инспектор-советнигы. СССР ЮС‑ының 2–5‑се саҡырылыш депутаты. 3‑сө һәм 4‑се дәрәжә Георгий тәреләре, Ленин (1944, 1945 феврале һәм апреле), Октябрь Революцияһы (1971), Ҡыҙыл Байраҡ (1921, 1942, 1944, 1950), 1‑се (1943, 1945) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Суворов, 1‑се (1944) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Кутузов, Ҡыҙыл Йондоҙ (1936, 1961) ордендары, почётлы ҡорал, сит ил ордендары менән бүләкләнгән. Г. исеме Гомель (Белоруссия) һәм Өфө ҡҡ. урамдарына бирелгән, Пахотино а., Новосиль һәм Орёл ҡҡ. уға һәйкәл ҡуйылған. Иваново ҡ. Г. исеме бирелгән урамдағы йорттарҙың береһенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған. “Генерал” кинофильмы (М.Горький исемендәге киностудия, 1992) Г. арналған.

  Х е ҙ м.: Годы и войны. М., 1989.

  Әҙәб.: К а м а л о в Г.Х. Отдельная башкирская кавалерийская бригада на фронтах гражданской войны. Уфа, 1971; Говорят чапаевцы: документы. Воспоминания. 4‑е изд., доп. Уфа, 1987.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.03.2023