Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРЕШКӘ

Просмотров: 911

КӘРЕШКӘ (Vicia), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә: борсаҡ һымаҡ К, ситән К., күп һабаҡлы К., сысҡан К., дүрт орлоҡло һ.б. Бер йәки күп йыллыҡ үлән. Һабағы йәбешеүсән, төҙ, һирәгерәк түшәлеүсән, тармаҡлы, оҙонлоғо 15—200 см. Япрағы ҡатмарлы, парлы‑ҡауырһынлы, еп һымаҡ мыйыҡсалар м‑н тамамлана. Сәскәһе алһыу күк, күк, миләүшә төҫөндә, һары; сәскәлеге — суҡ. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — төрлө формалы, күп орлоҡло, асылыусан ҡуҙаҡ, июль— авг. өлгөрә. Болон, баҫыу һәм урмандарҙа үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы үҫемлеге, баллы үҫемлек, К. күп төрҙәре — ҡый үләндәре. Сысҡан К. халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Культурала К. 2 төрөн үҫтерәләр: баҫыу К. һәм йөнтәҫ К. Баҫыу К. (яҙғы) — бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағының оҙонлоғо 40—110 см. Сәскәһе миләүшә‑ал төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 50—60 г. Дым ярата; шытымдары −8°С тиклем һыуыҡҡа сыҙамлы. Төп элгәрҙәре: аралыҡлы культуралар, ужым һәм яҙғы иген культуралары. Иген алыу өсөн иртә яҙҙа сәсәләр, сәсеү нормаһы 100—120 кг/га; йәшел мал аҙығына һоло, арпа йәки судан үләне м‑н ҡатнашмала — төрлө ваҡытта, сәсеү нормаһы (кг/га): К. — 70—80 һәм һоло — 60—70. Орлоҡтарҙы сәсеү тәрәнлеге 5—6 см. Уңдырышлылығы (ц/га): иген — 28,4, йәшел масса (һоло м‑н ҡатнашмала) — 230,0, бесән — 38,0; 1 кг йәшел массала 0,2 мал аҙығы берәмеге һәм 3,8% үҙләштерелеүсе протеин бар, 1 кг бесәндә — ошоға ярашлы 0,46 һәм 12,3; игендә — 1,19 һәм 22,5 (Илеш р‑нының “Уңыш” а.х. производство кооперативы, 2002). Йөнтәҫ К. (ужым) — бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы ныҡ йөнтәҫ, оҙонлоғо 15—80 см. Сәскәһе миләүшә төҫөндә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 30—35 г. Респ. иртә йәшел мал аҙығына ужым арышы м‑н ҡатнашмала үҫтерелә; сәсеү нормаһы (кг/га): К. — 100 һәм арыш — 70. Уңдырышлылығы (ц/га): иген — 30, һоло м‑н ҡушып сәскәндә К. йәшел массаһы — 250, бесән — 40; 1 кг йәшел массала 0,15 мал аҙығы берәмеге һәм 3,6% үҙләштерелеүсе протеин бар, 1 кг бесәндә — ошоға ярашлы 0,46 һәм 12,4; игендә — 1,19 һәм 22,7 (Миловка уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2002). Йәшел мал аҙығы, бесән һ.б. өсөн ҡулланалар. К. үҫтереү технологияһы б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. алып Миловка уҡытыу‑тәж. һәм Шишмә тәжрибә‑производство хужалыҡтарында (Р.Р.Исмәғилев, В.А.Михеев, Р.Б.Нурлығаянов, М.М.Хәмиҙуллин һ.б.) үткәрелә. Баҫыу К. — урман-дала ауыл хужалығы зоналарында; йөнтәҫ К. көньяҡ урман‑дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са ҡулланылышҡа баҫыу К. — Омская 8, Омичка 3 һәм йөнтәҫ К. Льговская, Юбилейная, Рябинушка сорттары индерелгән.

Әҙәб.: Исмагилов Р.Р., Нурлыгаянов Р.Б. Вико‑ржаная смесь в звене севооборота //Эколого‑экономические и агротехнические аспекты земледелия. Пенза, 1999.

Н.Р.Бәхтизин, Р.Р.Исмәғилев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019