Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШЕЛ МАЛ АҘЫҒЫ

Просмотров: 1059

ЙӘШЕЛ МАЛ АҘЫҒЫ, мал ашаған көтөүлектәге йәки сабып алынған (йәшел өҫтәмә аҙыҡ) үҫемлектәр. Й.м.а. тәбиғи мал аҙығы ерҙәренең, культуралы көтөүлектәрҙең, бер һәм күп йыллыҡ үлән сәсеүлектәренең үләндәре; ш. уҡ тамыраҙыҡтарҙың һабағы, көтөүлектәрҙәге ҡыуаҡтарҙың япраҡтары һәм йәш ботаҡтары инә. Й.м.а. — а.х. малы өсөн йәйге осорҙа төп, иң арзан мал аҙығы. Үҫемлектәр ғәҙәттә сәскә ата башлағас, ҡатмаҫ элек һәм туҡлыҡлы матдәләре иң күп булған сағында ҡулланыла. Й.м.а. һөт һауымының артыуына, малдың репродуктив сифаттарын күтәреүгә булышлыҡ итә. Йәш үлән каротинға (150—280 мг/кг ҡоро матдә), С, Е, К, В төркөмө витаминдарына бай. Йәш үләндең ҡоро матдәһендә 20—24% протеин, 18— 22% клетчатка, 41—45% азотһыҙ экстрактив матдәләр һәм 9—11% минераль матдәләр бар. Ҡуҙаҡлыларҙың 1 кг үләнендә 0,15—0,26 мал аҙығы берәмеге һәм 26—46 г үҙләштерелеүсе протеин була, ҡыяҡлыларҙың үләнендә — ошоға ярашлы 0,20—0,25 һәм 21—33. Й.м.а. тәүлек ихтыяжы малдың тере массаһына һәм продуктлылығына бәйле һәм һыйырҙарҙа 40—80 кг, һарыҡтарҙа — 6—9, сусҡаларҙа — 8—12, эш аттарында 40—50 кг тәшкил итә. А.х. малын Й.м.а. м‑н тигеҙ тәьмин итер өсөн йәшел конвейер ойошторола. Башҡортостанда Й.м.а. өсөн арыш, болон бүтәгәһе, борсаҡ, йыйылма айрауыҡ, йылҡы борсағы, клевер, көнсығыш кәзә үләне, кукуруз, кәрешкә, ҡандала үләне, ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерә, люцерна һ.б. үҫтерелә. Төрлө мал аҙығы культураларынан (көнсығыш кәзә үләне, рапс, соя) Й.м.а. әҙерләүҙең энергия һаҡлаған технологиялары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 30‑сы йй. аҙ. алып Аграр университетта (В.С.Минеев, П.Д.Пшеничный, Н.Г.Сорока, Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов һ.б.) һәм Ауыл хужалығы институтында (И.Л.Аллабирҙин, Б.Ғ.Шәрифйәнов һ.б.) алып барыла.

 

Әҙәб.: Хазиахметов Ф.С., Шарифьянов Б.Г., Галлямов Р.А. Нормированное кормление сельскохозяйственных животных. 2‑е изд. СПб., 2005.

Ф.С.Хәзиәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019