Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕРМАТОВЕНЕРОЛОГИЯ

Просмотров: 1262

ДЕРМАТОВЕНЕРОЛОГИЯ (дермато..., лат. Venus — һөйөү алиһәһе һәм ...логия), медицинаның тире ауырыуҙарын һәм башлыса енси юл м‑н йоға торған инфекцияларҙы өйрәнгән бүлеге. Республикала Д. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1930 й. Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире‑венерология диспансеры), 1936 й. БДМИ‑ның тире һәм венерик ауырыуҙар каф. (ҡара: Медицина университеты) башлана. Был осорҙағы фәнни тикшеренеүҙәр сифилис диагностикаһын эшләүгә (Г.В. Вехновский, Л.Л.Исхаҡова, Г.С.Максимов, А.К.Якубсон), сифилис м‑н ауырығанда тиренең гистопатологик үҙгәреүен (А.И.Картамышев, Д.А.Элькинд), гонореяны (М.М. Брумберг), хроник дерматоздарҙы, дерматофитияны (М.Т.Бриль, В.И.Казаков, М.М.Кузнец, А.И.Хованский), пиодермияны (Г.В.Галанова, А.А.Колотова, С.М.Рутес, Хованский) өйрәнеүгә, сәнәғәттең тире иләү, ағас эшкәртеү (Бриль, В.А.Казаков, Ф.Б.Стернин, Хованский), туҡыу (З.С.Ершов, А.А.Колотов, Хованский) һәм металлургия (А.И.Годоражи, Л.Н.Дайнеко) тармаҡтары эшселәренең һөнәри дерматоздарын өйрәнеүгә, тире туберкулёзын диагностикалау һәм уны Д3 витамины, пара‑аминосалицилат натрийы, фтивазид ҡулланып дауалау ысулдарын камиллаштырыуға (Бриль, А.Я.Дегтярь, Картамышев, Максимов, Г.П.Шабыкин) арналған. Б.В. һуғышы йылдарында хәрби хеҙм‑рҙәрҙә дерматомикоз һәм хроник дерматоздарҙың барлыҡҡа килеү проблемалары тикшерелә (Кузнец). Ҡысыусы дерматоздар, коллагеноздар, псориазды дауалауҙың яңы ысулдары эшләнә (Р.Э.Вевер, Е.А.Кадысева, Кузнец, Максимов, К.А.Телегина, А.Д.Чиберяева, Г.Э.Шинский, П.Н.Шишкин һ.б.). 50—60‑сы йй. ҡысыусы дерматоздарҙың патогенезы һәм терапияһы өйрәнелә (Телегина, Г.И.Суколин), трихофитияны гризеофульвин препараты ҡулланып дауалау ысулы эшләнә (Е.А.Медведева, Е.Д.Тимофеева һ.б.), ҡысынманы Өфө нефть эшкәртеү заводында етештерелгән бензилбензоат эмульсияһын ҡулланып иҫкәртеү һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла (В.З.Ғүмәров, А.А.Левков, Шишкин һ.б.), дерматоздарҙы (ш. иҫ. вульгар ҡыуыҡсаны) ш. уҡ зарарланыу сығанағына туранан-тура биостимуляторҙар, витаминдар, кортикостероидтар м‑н комплекслы дауалау тәҡдим ителә (Р.Ғ. Ғәбитова, Чиберяева, Шинский һ.б.). 70‑се йй. алып тикшеренеүҙәр һөнәри тире патологияһын иҫкәртеүгә йүнәлтелә: малсылыҡ пр‑тиелары эшселәрендә зооантропоноз дерматофитияларын дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә (М.А.Булаева, Т.Л.Выговская, С.Ә.Зиләева, Ю.А.Медведев, Медведева, Г.А.Тереғолова, Тимофеева, Х.С.Фәхретдинова, Э.В.Чистякова һ.б.), актиномикоз, споротрихоз, хромомикозды диагностикалау һәм дауалау ысулдары камиллаштырыла (Медведев, Медведева, Г.П.Прасолов, Телегина, И.Е.Фельдман), кандидоздың клиник сағылышы һәм эпидемиологияһы (Выговская, Ғәбитова, Медведева, Р.Х.Мөхәмәҙиев, Тереғолова), нефть сығарыу һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте эшселәренең һөнәри тире патологияһы (Л.И.Бикбулатова, Годоражи, М.М.Ғафаров, Г.В.Казакова, Ә.Ә.Ҡормаева, З.Р.Хисмәтуллина һ.б.) өйрәнелә. 1980 й. алып БДМУ‑ның тире һәм венерик ауырыуҙар (1988 й. башлап дерматовенерология) каф. эргәһендә микология б‑са проблемалар лабораторияһы эшләй (Ғафаров, Медведев). БДМУ‑ның Д. каф. экологик факторҙарҙың (эсәр һыуҙа фтор һәм йод миҡдары аҙ булыу һ.б.) дерматомикоздар этиологияһына тәьҫире өйрәнелә, уларҙы дауалау ысулдары эшләнә (Ғафаров, Тереғолова, Фәхретдинова), башлыса енси юл м‑н йоға торған ауырыуҙарҙы соц.‑эпидемиологик тикшереү үткәрелә (Ғафаров, Хисмәтуллина), хроник дерматоз м‑н ауырығандарҙы шифахана‑курорт учреждениеларында реабилитациялау ысулдары камиллаштырыла (Ғафаров, Б.Ғ.Латипов, Н.А.Маханьков). Шулай уҡ ҡара: Дерматиттар.

Әҙәб.: Гафаров М.М., Аленникова А.Д. История кафедры дерматовенерологии. Уфа, 2005.

М.М.Ғафаров

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: