ДИФТЕРИЯ
ДИФТЕРИЯ (гр. diphtherion — яры, тиресә), кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Д. тыуҙырыусы — Corynebacterium diphtheriae бактериялары; ҡояш яҡтыһы, юғары т‑ра, дезинфекция саралары һ.б. тәьҫирендә үлә. Ауыҙ ҡыуышлығы, танау, тамаҡ, тышҡы енес ағзалары, тире, ҡатнаш һ.б. Д. була. Һауа аша йоға. Дифтерия таяҡсаһы, лайлалы тиресә эпителийына эләгеп, ҡан тамырҙары системаһына үтеп инеүсе токсин бүлеп сығара. Инкубация осоро 2—10 көн. Төп симптомдары: ағыуланыу, тән т‑раһы күтәрелеү, хәлһеҙлек, баш ауыртыу, лайлалы тиресәләрҙә фибриноз яра барлыҡҡа килеү. Диагностика өсөн лаб. тикшереү мәғлүмәттәре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз, асфиксия хәүефе булғанда — хирургик. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: ағыуланыу миокардиты, неврит, нефроз, пневмония, отит. Иҫкәртеү: дифтерия анатоксины м‑н иммунлаштырыу. 1913 й. Өфө губ. Д. эпидемияһы теркәлгән (10 мең кешегә 13,9 осраҡ). 70‑се йй. алып респ. Д. м‑н ауырыуҙың бер нисә осрағы билдәле. Башҡортостанда Д. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр “Иммунопрепарат” пр‑тиеһында алып барыла: 1907 й. — дифтерияға ҡаршы сыворотка (В.Н.Крыжановский), 1924 й. таҙартылған дифтерия анатоксины әҙерләү башлана. 20—30‑сы йй. Д. тыуҙырыусының аҡһым һәм углеводтарының иммунологик үҙенсәлектәре, дифтерия бактерияһының химик составы өйрәнелә һәм дифтерияға ҡаршы антитоксик сыворотка эшләнә (Е.М.Губарев). 40‑сы йй. Д. ҡатнаш дауалау ысулдары уйлап табыла (М.Н.Мөхәмәтов), дифтерия анатоксинының (В.Н.Мельников) һәм дифтерияға ҡаршы сыворотканың (А.А.Ковшов, Ю.Б.Лукин) активлығын күтәреү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1961 й. реакторлы культивация ысулы м‑н дифтерия анатоксины алына (Мельников). 90‑сы йй. алып Медицина университетында Д. дауалауҙың комплекслы ысулдарын камиллаштырыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла (Д.Ә.Вәлишин, Л.В.Макарова, Д.Х.Хунафина һ.б..). Шулай уҡ ҡара: Инфекцион ауырыуҙар.
А.П.Мамон
Тәрж.Г.Ҡ.Ҡунафина