Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ

Просмотров: 1215

ДӘҮЛӘТ ТЕЛЕ, билдәле бер дәүләттә сәйәси, соц. һәм мәҙәни өлкәләрҙә интеграция бурысын үтәгән тел. РФ Конституцияһы (68-се статья) һәм 1991 й. 25 окт. “Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре тураһында” РФ Законы (2002 й. 11 дек. төҙәтелгән) РФ-тың Д.т. тип урыҫ телен билдәләй, ш. уҡ РФ составындағы республикаларға үҙ Д.т. билдәләү хоҡуғын нығыта. РФ-та Д.т. алфавиттары кириллица нигеҙендә төҙөлә. Башҡортостанда граждандарҙың тиң хоҡуҡлылығы принцибын тәьмин итеү һәм төрлө милләткә һәм телгә ҡарау билдәләре б-са уларҙы сикләүҙең һәр төр формаларын булдырмау маҡсатында Советтарҙың 2-се Бөтә Башҡорт съезында (1921) башҡорт теле урыҫ теле м-н бер рәттән Д.т. тип билдәләнгән ҡарар ҡабул ителә. 1922 й. 21 сент. БАССР ХКС-ы башҡ. телен респ. учреждениеларының эш башҡарыу өлкәһенә индереү б‑са инструкция ҡабул итә. БАССР-ҙың артабанғы Конституцияларында башҡ. һәм урыҫ телдәренең статусы рәсми телдәр сифатында таныла. БР Конституцияһы һәм 1999 й. 15 февр. “Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәре тураһында” БР Законына ярашлы, БР-ҙың бөтә терр-яһында Д.т. булып башҡ. һәм урыҫ телдәре тора: башҡ. теле — үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырған милләт теле, урыҫ теле — РФ-тың Д.т. булараҡ. Дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының эше, БР-ҙың норматив-хоҡуҡи акттарын баҫып сығарыу, рәсми эш башҡарыу, һайлауҙар һәм референдумдар әҙерләү һәм үткәреү, геогр. объекттар атамаларын яҙыу һәм яҙмаларҙы, юл һәм башҡа күрһәткестәрҙе рәсмиләштереү БР-ҙың Д.т. башҡарыла. Д.т. ридик мотлаҡ ҡулланыу шәхес-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге аралашыу теленә ҡағылмай.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: