Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНСЫҒЫШ ФРОНТ

Просмотров: 2214

КӨНСЫҒЫШ ФРОНТ. Граждандар һуғышы барышында РСФСР ХКС декреты б‑са 1918 й. июнендә Екатеринбург, Омск, Төмән, Силәбе (Төньяҡ Урал-Себер фронты), Ҡазан, Пенза, Һамар, Сембер һәм Сызрань (Волга буйы фронты) ҡҡ. тирәһендә, Өфө—Ырымбур (Урал-Ырымбур фронты) һәм Һарытау—Урал (Урал фронты) йүнәлештәрендә большевиктарға ҡаршы торған ҡораллы частарға ҡаршы һуғышҡан ғәскәрҙәр нигеҙендә РККА составында ойошторола. К.ф. составына Беренсе армия (1918 й. июне — 1919 й. авг.), Икенсе армия (1918 й. июне — 1919 й. июле), 4‑се (1918 й. июне — 1919 й. авг.) һәм 3‑сө (1918 й. июле — 1920 й. ғин.) армиялар, Бишенсе армия (1918 й. авг. — 1920 й. ғин.), Төркөстан армияһы (1919 й. март—июне), ш. уҡ бер нисә ғәскәрҙәр төркөмө инә. 1919 й. мартында К.ф. Төньяҡ армиялар төркөмөнә (2‑се һәм 3‑сө армиялар; 10 көнгә яҡын була) һәм Көньяҡ армиялар төркөмөнә [1‑се, 4‑се, Төркөстан һәм 5‑се (майға тиклем) армиялар; авг. Төркөстан фронты ойошторола] бүленә. 1918 й. йәйендә Башҡорт ғәскәре, Себер армияһы, Урал казак ғәскәре, Халыҡ армияһы, Чехословак айырым корпусы, Ырымбур казак ғәскәре һәм советтарға ҡаршы баш күтәреүсе отрядтар ҡыҫымы аҫтында К.ф. ғәскәрҙәре һәм Волга буйы хәрби флотилияһы Ырымбур (2 июль), Өфө (4 июль), Сембер (22 июль), Екатеринбург (25 июль), Быуа (1 авг.), Спасск (1 авг.), Ҡазан (7 авг.), Ижевск (30 авг.) һ.б. ҡалаларҙы ҡалдыра. РСФСР‑ҙың үҙәк губерналарынан һәм урындағы резервтарҙан (ҡара: Йыйылма Урал отряды походы) өҫтәлмә көс туплап, сент. К.ф. ғәскәрҙәре Волга буйы хәрби флотилияһы ярҙамында һөжүмгә күсә. Көҙөн Ҡазан (10 сент.), Вольск (12 сент.), Сембер (12 сент.), Хвалынск (26 сент.), Сызрань (3 окт.), Һамар (7 окт.), Ижевск (7 нояб.) һ.б. (1918 й. Ҡазан, Сембер, Сызрань-Һамар, Ижевск-Воткинск операциялары), 1918—19 йй. ҡышында Стәрлетамаҡ (19 дек.), Өфө (31 дек.), Ырымбур (22 ғин.), Уральск (24 ғин.), Орск (22 февр.) ҡҡ. ала. Урта Уралда Себер армияһы ҡыҫымы арҡаһында К.ф. Пермде ҡалдыра (1918—19 йй. Пермь операцияһы). 1919 й. март—апр. Көнбайыш армия, Ырымбур армияһы, Себер армияһы һәм Урал армияһы һөжүме һөҙөмтәһендә, К.ф. ғәскәрҙәре Бәләбәй (7 апр.), Бөгөлмә (10 апр.), Боғорослан (15 апр.), Өфө (14 март) һ.б. ҡалаларҙы ҡалдырып, Волга й. ҡарай сигенә. Апр. аҙағында — июль башында К.ф. армиялары һөжүмгә күсә (Көньяҡ армиялар төркөмө — Боғорослан операцияһын, Бәләбәй операцияһын һәм 5‑се армия м‑н берлектә Өфө операцияһын, 2‑се һәм 3‑сө армиялар 1919 й. Пермь операцияһын үткәрә), һөҙөмтәлә Боғорослан (4 май), Бөгөлмә (13 май), Бәләбәй (17 май), Алабуға (26 май), Стәрлетамаҡ (29 май), Сарапул (2 июнь), Ижевск (7 июнь), Өфө (9 июнь), Пермь (1 июль) ҡҡ. ала. 1919 й. июнь аҙ. — 1920 й. ғин. К.ф. ғәскәрҙәре партизан отрядтары ярҙамында дошманын Уралда һәм Себерҙә (Златоуст операцияһы, Екатеринбург операцияһы, Силәбе операцияһы, 1919 й. Петропавловск, Омск, Новониколаевск операциялары һәм 1920 й. Красноярск операцияһы) ҡыйрата. 1920 й. ғин. РККА‑ның Баш командованиеһы директиваһы б‑са фронт таратыла. Фронт командующийҙары: М.А.Муравьёв (1918 й. июнь—июле), И.И.Вацетис (1918 й. июль—сент.), С.С.Каменев (1918 й. сент. — 1919 й. майы, 1919 й. май—июле), А.А.Самойло (1919 й. майы), П.П.Лебедев (1919 й. июле), М.В.Фрунзе (1919 й. июль—авг.), В.А.Ольдерогге (1919 й. авг. алып).

Әҙәб.: Путна В.К. Восточный фронт. М., 1927; Спирит Л.М. Разгром армии Колчака. М., 1957.

И.Ф.Плотников

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019