Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЛЕЛОПАТИЯ

Просмотров: 815

АЛЛЕЛОПАТИЯ (гр. аllelon — үҙ‑ара һәм ...патия), төрлө органик матдәләр (антибиотиктар, колиндар, фитонцидтар һ.б.) бүлеп сығарыу һөҙөмтәһендә үҫемлектәрҙең, микроорганизмдарҙың бер‑береһенә тәьҫире. А. үҫемлек бергәлектәренең барлыҡҡа килеүенә, үҫешенә һәм алмашыныуына тәьҫир итә, тупраҡ барлыҡҡа килеү процесында ҡатнаша. Аллелопатик активлыҡ тере үҫемлектәрҙә һәм уларҙың тупраҡта йыйылыусы тарҡалыу ҡалдыҡтарында бар. Аллелопатик матдәләр туҡланыу сығанағы түгел, үҫемлектәр тарафынан үҙләштерелмәй һәм тик көйләүсе әһәмиәткә эйә. Оҙаҡ ваҡыт бергә үҫкән үҫемлектәрҙең бер‑береһенең аллелогендарына күнегеү барлыҡҡа килә. БР флораһында аллелопатик активлыҡ ҡыяҡлылар, сатыр һымаҡтар, саған һәм һуған һымаҡтар ғаиләләренең ҡайһы бер төрҙәренә хас. Ләкин тирә‑яҡ мөхит факторҙары йоғонтоһонда, тупраҡҡа һеңеү һәм микроорганизмдар тарафынан тарҡатылыу, аллелопатик матдәләр концентрацияһы кәмеү һөҙөмтәһендә, А. тәбиғи экосистемаларҙағы роле ҙур түгел.

Б.М.Миркин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.09.2022