Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭКОСИСТЕМА

Просмотров: 1539

ЭКОСИСТЕМА (гр. oikos — торлаҡ, урынлашҡан ер һәм система), матдә һәм энергия ағыштары м‑н бәйле булған организмдар һәм уларҙың йәшәү мөхите шарттары йыйылмаһы. Ҡояш (фототроф Э.) йәки химик реакциялар (хемотроф Э., океандар төбөндәге гидротермаль оазистар, ер аҫты һыуҙары Э. һ.б.) энергияһы ҡулланылған автотроф һәм гетеротроф Э. — органик матдәләр (диңгеҙ төптәре Э., мәмерйәләр Э.); тәбиғи (урман, дала, күл һ.б.) һәм антропоген (агроэкосистемалар, ҡала, таҙартыу ҡоролмалары һ.б.) Э. айырыла. Э. составына органик булмаған берләшмәләрҙән органик матдәләр булдырыусы продуценттар (фототрофтар‑үҫемлектәр һәм хемотрофтар‑бактериялар), органик матдәләр файҙаланған консументтар (детритофагтар, зоофагтар, паразиттар, симбиотрофтар, фитофагтар), редуценттар (бактериялар һәм бәшмәктәр) инә. Йәшәү процесында организмдар ваҡытлыса ҡулланмаған детрит (сапропель, серетмә, торф, урман үләндәре түшәмәһе һ.б.) Э. ҙур роль уйнай. Аҙыҡ сынйырында ер өҫтө Э. 4 звенонан артыҡ булмай (мәҫ., үлән— ҡуян—төлкөбөркөт), һыу Э. — 6‑ға тиклем (фитопланктон—үҫемлектәр м‑н туҡланыусы зоопланктон—йыртҡыс зоопланктон—сабаҡ—алабуға—суртан), агроэкосистемаларҙа 2 (бойҙай—кеше) йәки 3 (үлән—һыйыр—кеше) звено була; аҙыҡ сынйырҙары селтәрҙәргә берләшә. Э. эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе булып билдәле бер ваҡыт эсендә майҙан берәмегенә ҡарата барлыҡҡа килеүсе органик матдәләр һаны м‑н үлсәнгән биол. продукция (беренсел продукция үҫемлектәр, икенсел — хайуандар тарафынан булдырыла) тора. Шулай уҡ Э. майҙан берәмегенә ҡарата органик матдәнең массаһы м‑н билдәләнгән биомасса туплана. Башҡортостан терр‑яһында Э. төрлөлөгөнә сәбәп булып уның геогр. урыны, Уралдың барьер роле һәм улар м‑н бәйле тупраҡ‑климат шарттары, ш. уҡ антропоген факторҙарҙың ҙур йоғонтоһо тора. 20 б. 70‑се йй. алып Башҡорт дәүләт университетында тәбиғи һәм антропоген Э. (Б.М.Миркин, Р.М.Хәзиәхмәтов, Й.Т.Һөйөндөков һ.б.), һыу Э. (Ф.Б.Шкундина), мәмерйәләр Э. (Ш.Р.Абдуллин, В.А.Книсс), Биология институтында — тау һәм башҡа Э. тупраҡ компоненты (И.М.Ғәббәсова, Ә.Х.Моҡатанов, Ф.Х.Хәзиев һ.б.), БДУ‑ла һәм Педагогия университетында — урман‑дала, дала һәм экотон Э. альгоценоздары (Р.Р.Кәбиров, Г.Ғ.Ҡужәхмәтов, М.Ю.Шәрипова һ.б.), Аграр университетта һәм Биология ин‑тында агроэкосистемаларҙың төбәк үҙенсәлектәре (Ф.Й.Баһауетдинов, Ғәббәсова, И.Ҡ.Хәбиров һ.б.) өйрәнелә.

Әҙәб.: Уиттекер Р. Сообщества и экосистемы. М., 1980.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019