Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫҘАНЛАУ

Просмотров: 1350

ЫҘАНЛАУ, 18 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында Рәсәйҙә ер фондын һүрәтләү һәм картаға төшөрөү, ер биләмәләре сиген билдәләү һәм юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары комплексы (ҡара: Ер сәйәсәте). Ы. төп маҡсаты ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү була: Ы. ер фондының төрлө хужалары һәм ҡулланыусылары араһындағы бәхәстәрҙе көйләргә, ер биләмәләрен ентекле төшөрөү һәм баһалау нигеҙендә биләмәләрҙең килемлелеген билдәләү юлы м‑н һалым һәм йөкләмәләрҙең пропорция нисбәтен тәьмин итергә тейеш була. Ы. төп принцибы — Ы. үткәргән ваҡытта милексенең ергә хужа булыуының бәхәсһеҙлеге, йәғни башҡа ер биләүселәр м‑н низағлашмауы. 16—17 бб. Рәсәйҙә иҫәп Ы. үткәрелә (ер биләмәләренең дөйөм майҙаны түгел, ә урман, баҫыу, сабынлыҡ майҙандары үлсәнгән), был илдең бөтә ер фондын иҫәпкә алыуға әҙерлектең башы була. Ер фондын Генераль ыҙанлау 1766 й. үҙәк губерналарҙан, төбәктәрҙе, ш. иҫ. Ырымбур гу­бернаһын, Ы. әҙерлек 18 б. 90‑сы йй. урт. башлана. Ы. 1765 й. Сенат эргәһендә төҙөлгән Ыҙан экспедицияһы (1794 й. алып Сенаттың ыҙан департаменты) дөйөм етәкселек итә. Туранан‑тура эштәрҙе ойоштороу м‑н Ыҙан канцелярияһы (Мәскәү) һәм урындарҙа төҙөлгән ыҙан конторалары етәкселек итә. Квалификациялы ер үлсәүселәрҙе әҙерләү өсөн 1779 й. Ыҙан канцелярияһы эргәһендә Константиновка ер үлсәү мәктәбе (1819 й. алып уч‑ще, 1835 й. — ин‑т, 1918 й. — Ыҙан ин‑ты) асыла. Генераль Ы. саралары м‑н параллель рәүештә Ырымбур губ. һәм Өфө губернаһы терр‑яһында 19 б. 30‑сы йй. Махсус ыҙанлау үткәрелә башлай, уның төп бурысы башҡорт дайсаларындағы ер биләмәләрен аҫаба башҡорттар (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы), керҙәштәр һәм халыҡтың башҡа категориялары вәкилдәре араһында бүлеү була. Башҡорттар һәм керҙәштәр араһындағы ер дәғүәләрен хәл итер өсөн 1848 й. Башҡорт ыҙан комиссияһы (ҡара: Ыҙан комиссиялары) төҙөлә. Шулай уҡ крайҙа Ы. Крәҫтиән реформаһы, Столыпин аграр реформаһы барышында үткәрелгән. Ерҙе национализациялағандан һуң Ы. ер төҙөлөшө м‑н алмаштырыла.

Әҙәб.: Ыҙан комиссиялары мәҡ. ҡарағыҙ.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019