Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБАЕВ Рәмил Фәрит улы

Просмотров: 718

БИКБАЕВ Рәмил Фәрит улы (1.4.1961, Өфө — 16.7.1995, С.‑Петербург), математик. Физика-матем. ф. д‑ры (1992). ЛДУ‑ны тамамлаған (1984). 1987 й. алып Матем. ин‑тында эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре математик физиканың интегралланыусы һыҙыҡһыҙ тигеҙләмәләрен, солитондар теорияһын өйрәнеүгә бәйле. Б. Уизем тигеҙләмәләрендә төркөм тиҙлектәренең бер төрлө булыуы т‑дағы төп теоремаларҙы иҫбатлай һәм һуңғы зонаның дәлилһеҙ сик шарттары өсөн Уизем системаһының бер мәғәнәле сығарылышы булыуын билдәләй (В.Ю.Новокшенов м‑н берлектә). Колмогоров—Арнольд—Мозер теорияһының сикһеҙ үлсәмле вариантын уйлап сығарыуға өлөш индерә һәм Кортвег де Фриз тигеҙләмәһенең һуңғы зонаның матди сығарылыштары өсөн “тармаҡланыу нөктәһе — йышлыҡлы векторҙар” үҙгәртелешенең глобаль ҡайтмалылығы т‑дағы гипотезаны иҫбатлай. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Уравнения Кортвега де Фриза с конечнозонными граничными условиями и уиземовские деформации римановых поверхностей //Функциональный анализ и его приложения. 1989. Т.23. Вып.4.

В.Ю.Новокшенов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019