Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСАТУРОВ Григарт Христофорович

Просмотров: 595

АСАТУРОВ Григарт Христофорович (4.8.1937, Ҡыштым ҡ. — 13.3.2018, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1990) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Грозный нефть институтын тамамлағандан һуң (1959) 21‑се треста (Өфө ҡ.) эшләй: 1970 й. алып баш инженер, 3‑сө төҙөлөш идаралығы начальнигы; 1980 й. — трестың баш инженеры, 1986 й. — идарасыһы, 1992—2000 йй. генераль директор. А. етәкселегендә Уфанефтехим (1982), Уфахимпром (1983), Уфаоргсинтез (1997) предприятиеларында химия һәм нефтехимия продукцияһын етештереү буйынса ҙур комплекстар һәм ҡулайламалар төҙөлгән; Башгипробиосинтез институты, Өфө ҡ. 3 АТС, Башҡортостан һәм Турбаҫлы бройлерҙары ҡошсолоҡ фабрикалары биналары, БР райондарында малсылыҡ комплекстары эшләнгән; Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында бензин етештереү ҡулайламаһына реконструкция үткәрелгән (1997). СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1974). Халыҡтар дуҫлығы (1984), “Почёт Билдәһе” (1971) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023