Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРОДУКЦИЯ АССОРТИМЕНТЫ

Просмотров: 1180

ПРОДУКЦИЯ АССОРТИМЕНТЫ, пр‑тие продукцияһында производство тармағында йәки ниндәй ҙә булһа бер тауар төркөмөндә айырым изделие төрҙәренең составы һәм нисбәте. Практикала деталле (йәйелдерелгән) һәм төркөмлө (ҙурайтылған) П.а. айырыла. Деталле П.а. составы продук‑ ция м‑н конкрет ҡулланыусыларҙы тәьмин итеү килешеүе б‑са асыҡлана, ул үлсәме, сеймал составы, тәғәйенләнеше һ.б. б‑са бүленергә мөмкин. Төркөмлө П.а. пр‑тие тарафынан ста‑ тистик отчётта күрһәтелә һәм пр‑тиелар, сәнәғәттең ярым тармаҡтары һәм тармаҡтары үҫешен характерлай. БР‑ҙа энергетикалағы төп продукция — электр һәм йылылыҡ энергияһы, нефть сығарыу сәнәғәте һәм нефть эшкәртеү сәнәғәтендә нефть, автомобиль бензины, майлағыс майҙар, дизель яғыулығы; химия сәнәғәтендә һәм нефтехимия сәнәғәтендә синтетик каучуктар, сода, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың химик саралары, синтетик ыҫмалалар һәм пластмассалар, полиэтилен һәм полипропилен, пластификаторҙар, спирттар; ҡара металлургияла һәм төҫлө металлургияла — әҙер прокат, метиздар, суйын, ҡорос, тимер һәм баҡыр мәғдәндәре, баҡыр һәм цинк концентраттары, алтын һ.б. Машиналар эшләүҙә П.а. төрлө була — метиздарҙан алып металл ҡырҡыу (ҡара: Металл ҡырҡыу станогы) һәм ағас эшкәртеү станоктарына тиклем, нефть промыслаһы, нефть һәм газ эшкәртеү, химия сәнәғәте ҡорамалдары, автомобилдәр, вертолёттар, троллейбустар һ.б. БР‑ҙың урман сеймалы ресурстары (ҡара: Ағас эшкәртеү сәнәғәте) төрлө продукция етештерергә мөмкинлек бирә: шырпы, ҡағыҙ, ағас плиталар, мебель. Төҙөлөш материалдары сәнәғәтендә төп продукция төрҙәре иҫәбенә стена материалдары, цемент, шифер, йыйылма тимер‑бетон конструкциялары һәм деталдәре инә. Еңел сәнәғәттең П.а. — трикотаж, ойоҡ‑ойоҡбаштар һәм тегелгән, күн әйберҙәр, аяҡ кейеме; аҙыҡ‑түлек сәнәғәтенең П.а. ит һәм ит продукттары, һөт һәм һөт продукттары, он, ярма, икмәк, икмәк‑булка, макарон, кондитер һәм шарап‑араҡы изделиелары, консервалар, шәкәр ҡомо, үҫемлек майы тәшкил итә.

В.А.Васильева

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: