СӘНӘҒӘТ
СӘНӘҒӘТ, йәмғиәттең етештереүсе көстәренең иҡт. үҫеше кимәленә хәлиткес йоғонто яһаған иҡтисад тармағы; предприятиелар йыйылмаһы. Сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте һәм эшкәртеү сәнәғәтенән тора. 18 б. башында Башҡортостанда тәбиғәт ресурстарын сәнәғәт үҙләштереүе башлана, тәүге тау з‑дтары төҙөлә (ҡара: Тау сәнәғәте); 18 б. уртаһынан алтын, ағалтын эҙләү һәм сығарыу эштәре башлана. 19 б. уртаһында поташ, күн, буҫтау, кирбес, һабын ҡайнатыу, туңмай иретеү, шәм, елем, балауыҙ з‑дтары, май һығыу, шарап ҡыуыу һ.б. пр‑тиелар барлыҡҡа килә, урман кәсептәре үҫешә. 20 б. башында фабрика‑завод тибындағы 236 пр‑тие теркәлә (иң эреләре — Өфө т. юл оҫтаханалары, Богоявленск заводы, Благовещен заводы, Түб. Троицк буҫтау ф‑каһы). Революция (1917) алдынан Башҡортостан терр‑яһында 40 тирмән һәм ярма ярыу, 30 һыра ҡайнатыу һәм спирт‑араҡы ҡыуыу, 28 суйын ҡойоу һәм тимер эшләү з‑ды, туҡыу һәм тегеү‑галантерея ф‑калары, күн з‑дтары һ.б. эшләгән. С. бөтә етештерелгән продукция күләменең 15%‑ын, Граждандар һуғышынан һуң һуғышҡа тиклемге күләмдең 30%‑ын тәшкил итә. 1930 й. СССР ХКС‑ы “Башҡорт АССР‑ы сәнәғәтен үҫтереү тураһында” ҡарар ҡабул итә. 1‑се биш йыллыҡтар ваҡытында (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) С. төп фондтарҙың ҡиммәте — 2,5 тапҡырға, продукция сығарыу 2,3 тапҡырға арта; Ишембай нефть ятҡылығын асыу нефть сығарыу сәнәғәте үҫешенә нигеҙ һала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында респ. илдең көнбайыш райондарынан сәнәғәт пр‑тиелары эвакуацияланғандан һуң машиналар эшләү, металл эшкәртеү һ.б. тармаҡтар үҫеш ала. Индустриялаштырыу осоронда сәнәғәт продукцияһы етештереү күләме 81 тапҡырға арта (СССР‑ҙа — 21 тапҡыр). 90‑сы йй. алып иҡт. түбәнәйеүе күҙәтелә (ҡара: табл.). Респ. терр‑яһында С. тигеҙ урынлашмаған. Сәнәғәт потенциалы 60‑сы йй. тиклем — башлыса үҙәк иҡтисади төбәктә һәм көньяҡ иҡтисади төбәктә, 90‑сы йй. ҡарата көнбайыш иҡтисади төбәктә һәм төньяҡ‑көнбайыш иҡтисади төбәктә туплана. Улар өлөшөнә — респ. сәнәғәт потенциалының 93,7%‑ы, Урал иҡтисади төбәгенә һәм төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккә (үҫештең сеймал йүнәлеше, БР терр‑яһының 43%‑ы) 6,3%‑ы тура килә. 2004 й. тулайым төбәк продукты структураһында С. сағыштырма өлөшө 39% тәшкил итә. Башҡортостан көкөрт колчеданы сығарыуҙа, автоматик бетон насостар, аш содаһы етештереүҙә Рәсәйҙә — берҙән‑бер, каротажосон күтәргестәр (86%), автоматик бетон иҙгестәр (63), кальцинирланған сода (60), бутил һәм изобутил спирттар (46), ҡорос сым (42), яҡтыртҡыс электр лампалары (27), металл ҡырҡыу станоктары (21), каустик сода (20), вертолёттар (18), автомобиль бензины (16), синтетик ыҫмала һәм пластик массалар (14—16), дизель яғыулығы (14) эшләп сығарыуҙа, нефть сеймалын (11%‑тан ашыу) эшкәртеүҙә иң ҙуры булып тора.
И.В.Лаврешина
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы күләменең үҫеш темптары (1913 – 1,0)
Сәнәғәт тармаҡтары |
1928 |
1940 |
1965 |
1980 |
2000 |
2004 |
Нефть сығарыу* |
– |
60 |
2505 |
2353 |
800 |
760 |
Нефть эшкәртеү** |
– |
– |
15,2 |
36,3 |
21 |
23 |
Ҡара металлургия |
0,9 |
5,0 |
15,2 |
32,7 |
26 |
41 |
Химия һәм нефтехимия*** |
– |
– |
4,0 |
18,4 |
24 |
23 |
Машиналар эшләү һәм металл эшкәртеү |
5,0 |
48 |
3063 |
18244 |
20414 |
35727 |
Урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза-ҡағыҙ |
1,8 |
4,0 |
87,3 |
186 |
109 |
114 |
Төҙөлөш материалдары |
2,1 |
37 |
305 |
710 |
839 |
1162 |
Еңел |
1,6 |
31 |
1009 |
3576 |
2011 |
2126 |
Аҙыҡ-түлек |
0,9 |
9,1 |
189 |
440 |
442 |
513 |
* берәмеккә 1933 й. алынған
**берәмеккә 1950 й. алынған
***берәмеккә 1960 й. алынған