Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АУКЦИОН

Просмотров: 1117

АУКЦИОН (лат. аuctio — халыҡ алдында һатыу), билдәләнгән ваҡытта билдәле урында үткәрелгән халыҡ алдында тауарҙар һатыу ысулы. А. һатыла торған тауарҙы йәки мөлкәтте иң юғары хаҡ тәҡдим иткән кеше һатып ала. А. төп төрҙәре: тауар, валюта, кредит А. Шулай уҡ бөтә А. асыҡ (теләүселәр ҡатнашлығында) һәм ябыҡҡа (саҡырылған кешеләр ҡатнашлығында ғына) бүленә. А. һатыуҙың бер төрө булып “ҡараңғы” А. тора, унда бөтә һатып алыусылар бер үк ваҡытта яҙма рәүештә заявка биреп ставка яһай. Һатылыуҙы талап иткән тауарҙарҙың иң ҙур партияһына эйә булыусылар инициативаһы б‑са ирекле А. ойошторола. Конфискацияланған йәки эйәһе тарафынан алынмаған тауарҙарҙы, бурысын түләй алмағандарҙың мөлкәтен һатыу өсөн власть органдары, һалым полицияһы мәжбүри А. уҙғара. Ҡыҫҡа ваҡытлы ҡаҙнасылыҡ векселдәрен һатыу өсөн векселдәр А. үткәрелә.

18—19 бб. Башҡортостанда шәхестәрҙең залогҡа һалынған һәм түләп алынмаған күсемһеҙ һәм күсемле мөлкәтенә, мәрхүм булған сауҙагәрҙәрҙең, алпауыттарҙың, пр‑тие хужаларының һ.б. мөлкәтен халыҡ алдында һатыу үткәрелә. Өфөлә 1918 й. “Эшсе” ширҡәте А. һатыу өсөн халыҡтан әйберҙәр ҡабул иткән А. залы аса. 1931 й. алып респ. “Союзпушнина” йәмғиәте йыл һайын үткәргән халыҡ-ара ҡиммәтле тиреләр А. ҡатнаша. 90‑сы йй. башлап БР‑ҙа төрлө милек формаһындағы предприятиеларҙы (ғәмәлдәге, ябылған, бурысҡа батҡан), уларҙың мөлкәтен (акциялар, төп һәм әйләнештәге фондтар) һатыу; элек залогҡа һалынған, ш. уҡ таможня органдары ҡарары м‑н конфискацияланған һәм һалым полицияһы органдары ҡулға алған мөлкәтте һатыу; тауар һатып алыуға, дәүләт пр‑тиелары һәм ойошмалары өсөн эштәр башҡарыу һәм хеҙмәт күрһәтеү өсөн контракттар төҙөү; йәшәү өсөн тәғәйенләнмәгән йорттарға залог, кредит, ҡуртым килешеүҙәре төҙөү б‑са А. үткәрелә. Респ. А. дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу барышында киң таралыу ала. 1993—95 йй. РФ‑та һәм БР‑ҙа чек А. үткәрелә. 1997—98 йй. БР‑ҙа баҙар мөнәсәбәттәре шарттарында А. үткәреү ҡағиҙәләрен көйләүсе яңы норматив юридик акттар ҡабул ителә.

В.М.Резбаев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: