Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХӘТОВ Шәүҡәт Нурлығаян улы

Просмотров: 1220

ӘХӘТОВ Шәүҡәт Нурлығаян улы [14.11.1922, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Баҙытамаҡ а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 7.12.1922, Өфө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1975). БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлағандан һуң (1947) Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ инженеры, өлкән инженеры. 1952—83 йй. Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығында: бүлек начальнигы, етештереү буйынса начальник урынбаҫары, баш инженер, 1970 й. алып идаралыҡ начальнигы, бер үк ваҡытта 1975—95 йй. ӨДНТУ‑ла уҡыта. Ә. ҡатнашлығында Туймазы—Өфө, Туймазы—Омск, Шкапов—Ишембай нефть үткәргестәре, Өфө—Омск, Өфө—Петропавловск һ.б. продукт үткәргестәр төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1983). Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1977), “Почёт Билдәһе” (1966) ордендары менән бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.04.2023
Связанные темы рубрикатора: