Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЬ ҮТКӘРГЕСТӘР

Просмотров: 1460

НЕФТЬ ҮТКӘРГЕС, нефть ташыу өсөн тәғәйенләнгән үткәргес торбалар. Магистраль, алып килгән, ҡабул иткән, сығарып ебәргән һәм технологик Н.ү. айыралар. Магистраль Н.ү. төп һурҙырып ҡыуыу станцияларынан, ер аҫты, һыу аҫты, ерҙәге, ер өҫтөндәге үткәргес торбаларҙан һ.б. объекттарҙан тора, нефтте ҡабул итеү пунктынан ебәреү пунктына тиклем ташыуҙы, транспорттың икенсе төрөнә йәки һаҡлауға тапшырыуҙы тәьмин итә. Алып килгән Н.ү. — нефтте нефть сығарыу пр‑тиеларынан резервуарҙар паркына күсереү; сығарып ебәргәндәре — нефтте магистраль насостарҙан линия өлөшө үткәргес торбаларына биреү; ҡабул иткәндәре — нефтте магистраль Н.ү. нефть һурҙырыу станцияларының производство майҙандарына, нефтебазаларға, тултырыу станцияларына һ.б. ҡабул итеү; технологик Н.ү. ҡорамалдарҙы берҙәм системаға тоташтырыу һәм яңы килгән, һаҡлауҙа булған һәм һурҙырып бушатылған нефттәр м‑н майҙан эсе эштәрен башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. 1936 й. Башҡортостанда оҙонлоғо 168 км, диам. 300 мм булған тәүге Ишембай—Өфө Н.ү. төҙөлә. 2008 й. респ. Н.ү. оҙонлоғо 3 мең 600 км самаһы тәшкил итә, ш. иҫ. улар эсендә ҙур — Усть‑Балык—Ҡурған— Өфө—Әлмәт, Түб. Варта—Ҡурған— Куйбышев, Туймазы—Омск—Новосибирск‑I, Туймазы—Омск—Новосибирск‑II һ.б. Н.ү. участкалары бар. 20 б. 70‑се йй. ИПТЭР‑ҙа нефтте ташыу технологиялары тикшерелә, уйлап табыла һәм индерелә (В.Е. Губин, Ә.Ғ.Ғүмәров, Ә.Х.Һунаршин, Д.А.Черняев һ.б.); Н.ү. технологик эксплуатациялау, капиталь һәм авария шарттарында ремонтлау ҡағиҙәләре эшләнә. БР терр‑яһында урынлашҡан нефть үткәргестәре системаһын “Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре” ААЙ хеҙмәтләндерә.

Әҙәб.: К о р ш а к А.А., Ш а м м а з о в А.М. Основы нефтегазового дела. 3‑е изд., испр. и доп. Уфа, 2005.  

Х.Ә.Әзмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019