ЕЛИСЕЕВ Спартак Феопемптович
ЕЛИСЕЕВ Спартак Феопемптович (11.3.1923, Владикавказ ҡ. — 7.9.2002, Өфө ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1977), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ЛДУ‑ны тамамлаған (1950). 1952 й. алып КПСС‑тың Мурманск өлкә комитетында, 1964 й. — Мурманск педагогия институтында эшләй. 1968—88 йй. ӨАИ‑ла уҡыта (1975—85 йй. философия кафедраһы мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре фәнни-техник прогрестың социаль аспекттарына, йәмғиәттең социаль структураһына, социаль идара итеү һәм планлаштырыу мәсьәләләренә арналған. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Халыҡтар дуҫлығы (1982), “Почёт Билдәһе” (1968) ордендары менән бүләкләнгән.
Х е ҙ м.: Социальные проблемы современной научно-технической революции. Уфа, 1974.
Ф.С.Фәйзуллин
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов