АБДУЛЛИНА Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы
АБДУЛЛИНА Рәйлә Ниғәмәтйән ҡыҙы [19.2.1930, БАССР‑ҙың Арғаяш кантоны Арғаяш а. (Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) — 27.2.2002, Өфө ҡ.], фармаколог. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1989). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) шунда уҡ эшләй (1978—93 йй. 2‑се фармакология кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге гипотензив дарыуҙарҙың йөрәк-ҡан тамырҙары системаһына тәьҫир итеү механизмын, ҡатнаш дарыуҙарҙың артериаль баҫымға, ҡан тамырҙары тонусына һәм региональ ҡан әйләнешенә тәьҫир итеү үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә; спазмолитик һәм бронхолитик тәьҫир итеүсе яңы биологик актив матдәләр эҙләүгә; бейек андыҙҙың һәм төрткөлө һары мәтрүштең дауалау үҙенсәлектәрен тикшереүгә арналған.
Х е ҙ м.: Фармакологическая коррекция кининовой системы организма при сердечно-сосудистых заболеваниях. Уфа, 1997 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина