Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЕКСЕЕВ Учур Абушинович

Просмотров: 758

АЛЕКСЕЕВ Учур Абушинович (5.7.1912, Ростов губернаһы Граббевский станицаһы — 21.8.1981, Өфө ҡ.), хирург. Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1968). БАССР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1957), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. И.М.Сеченов исемендәге 1‑се Мәскәү медицина институтын тамамлаған (1939). 1941 й. алып полк табибы, медсанбат командиры, 1942 й. башлап ялан госпитале, 1944 й. — 5920‑се эвакогоспиталь (Ишембай ҡ.), 1946 й. алып Өфө ҡ. 1‑се үҙәк клиник дауаханаһы начальнигы. 1948—50 йй. һәм 1955—60 йй. Республика клиник дауаханаһының баш табибы, бер үк ваҡытта 1948—55 йй. Б.В. һуғышы инвалидтарының Өфө туберкулёз госпитале төп хирургы. 1960 й. алып БДМИ‑ла эшләй: 1966—78 йй. факультет хирургияһы кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1967—74 йй. фәнни эштәр буйынса проректор. Фәнни эшмәкәрлеге үпкә хирургияһы проблемаларына арналған. А. тарафынан плевра йәбешкәген хирургик дауалау камиллаштырыла, каверноз туберкулёз менән ауырығанда ҡымыҙ менән дауалауҙың һөҙөмтәлелеге раҫлана. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән (1943).

 Х е ҙ м.: Экстраплевральный пневмолиз при туберкулёзе. Уфа, 1962.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.04.2023