Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЛОПЛАНТ

Просмотров: 1753

АЛЛОПЛАНТ (алло... һәм лат. plantо — ултыртам), кеше һәм хайуандың коллагенлы туҡымаларынан алынған биотрансплантация материалы. Э.Р.Мулдашев етәкс. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә эшләнә, 1987 й. РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан клиник ҡулланыуға тәҡдим ителә. А. эшләү өсөн төп сеймал булып тарамыштар, мейе һәм тоташтырғыс туҡыманың ҡаты ҡабыҡтары, һөйәктәр һ.б. хеҙмәт итә. Коллаген, гликозаминогликандар (протеогликандар), липидтар, һыу А. состав өлөштәрен тәшкил итә. Офтальмологияла, яңаҡ‑бит, пластик күкрәк, бауыр хирургияһында, травматологияла, гинекологияла, проктологияла һ.б. ҡулланыла. Препарат ағыулы түгел, көсһөҙ антиген үҙенсәлеккә эйә, реципиент туҡымаларының йүнәлешле үҫешен тәьмин итә, трансплантация урынында йөйҙәр ҡалдырмай. Операциянан һуң А. реципиенттың үҙ туҡымаһына (регенератына) алмаштырыла, регенераттың үҙенсәлектәре А. яраҡлы төрөн һайлау юлы м‑н көйләнә ала. Үҙәктә А. биоматериалдарының 96 төрө һәм уларҙы ҡулланып яһай торған операцияларҙың 100‑ҙән ашыу ысулы эшләнә, уйлап табыуҙарға 90‑дан ашыу патент алына. А. биоматериалдары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең 500‑ҙән ашыу клиникаһында файҙаланыла.

Р.Т.Ниғмәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: