Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

Просмотров: 1368

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә 18—19 бб. тау заводтары эргәһендә асылған һәм тау сәнәғәтенә квалификациялы эшселәр, техниктар әҙерләгән уҡыу йорттары. Дөйөм белем биреү м‑н шөғөлләнгәндәр, ш. уҡ проф.‑техник белем биреүгә башланғыс һалғандар. Тау ведомствоһы ҡарамағында булғандар, ҡаҙна һәм шәхси заводтар аҡсаһына тотолғандар. Т.с.м.һ.у. асыу 18 б. башында таус әнәғәте үҫеше м‑н бәйле. Т.с.м.һ.у. ойоштороу һәм уларҙың эшмәкәрлеге нигеҙҙәре В.Н.Татищев тарафынан эшләнгән. Тау сәнәғәте мәктәптәренең башланғыс системаһы 5 баҫҡыстан торған: башланғыс (тел) мәктәп, унда грамота, уҡыу, яҙыу, йыр уҡытылған; арифметика, унда арифметика, геом., һыҙма һәм тау сәнәғәте эшенең ҡайһы бер теоретик нигеҙҙәре (“механик һыҙма”, топография, хисапсылыҡ, мәғдән һәм тау тоҡомдары нигеҙҙәре) өйрәнелгән; немец, унда немец телен өйрәнеү физика, механика, техника м‑н бәйләп алып барылған; латин һәм һыҙма (һүрәт төшөрөү) баҫҡыстары. 1720 йй. тау сәнәғәте уч‑щелары барлыҡҡа килгән, 19 б. уртаһына улар һәр тау округында эшләгән (округ уч‑щелары тип йөрөтөлгән). Шул уҡ ваҡытта тау‑техник белем биреү системаһы формалашҡан, ул уҡыу йорттарының 3 тибын үҙ эсенә алған: завод мәктәптәре, округ уч‑щелары һәм юғары типтағы тау уч‑щелары. Завод мәктәптәренә чиновниктар, мастеровой һәм эшсекешеләр ғаиләләренән 7—12 йәшлек балалар ҡабул ителгән. Уҡыу бушлай булған. Уҡыу курсы 2 йыл тәшкил иткән һәм дөйөм белем биреү предметтарын үҙ эсенә алған: Алла Ҡануны, гражданса һәм сиркәү‑славянса уҡыу, таҙа яҙыу, арифметика, грамматика, ҡыҫҡаса сиркәү тарихы, риторика нигеҙҙәре; һыҙма, ғәмәли рәсем, мәғдәндәр таныу. Уҡыусылар төрлө һөнәр үҙләштергән: ағас эше, токарлыҡ, слесарлыҡ, ағас һәм металл һырлап киҫеү, тимер һәм суйындан моделдәр әҙерләү һ.б. Мәктәптәр механик ярҙамсыларын, межалаусыларҙы һ.б. белгестәрҙе әҙерләгән; уңышлы тамамлаусылар округ уч‑щеларына күсерелгән, унда ғәҙәттә 14—17 йәшлек үҫмер егеттәр ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған, заводтарҙың инженер-техник персоналы ғаиләләренән сыҡҡан балалар һәм завод мәктәптәрен тамамлаусылар дәүләт иҫәбенә уҡытылған. Уҡыу курсына (4 йыл) механика, гидравлика, рәсем, һыҙма, нивелирлау, машиналарҙы натуранан төшөрөү һ.б. ингән. Уч‑щелар уставсылар, мастерҙар, лаборанттар, штейгерҙар һ.б. әҙерләгән. Округ уч‑щеһын уңышлы тамамлаусылар Барнаул, Екатеринбург, Нерчинск ҡҡ. юғары типтағы тау уч‑щеларында уҡыуын дауам итә алған, уларҙа урта техник звено белгестәре (уҡыу курсы 4—6 йыл) әҙерләнгән. Т.с.м.һ.у. теоретик әҙерлек пр‑тиеларҙа ғәмәли һөнәрҙәр м‑н аралаштырып алып барылған. Башҡортостанда тәүге тау сәнәғәте мәктәптәре 18 б. уртаһында тау заводы хужалары тарафынан шәхси, һуңыраҡ ҡаҙна заводтарында ла ойошторолған. Пермь берг‑инспекторы П.Е.Томилов мәғлүмәттәре б‑са, 1809 й. Мейәс заводы, Златоуст (Косотур) заводы, Верхотор заводы һәм Благовещен заводы эргәһендә уҡыу йорттары булған. 1837 й. Ырымбур губернаһында— 5, 1850 й. — 18 мәктәп, ш. иҫ., Архангел баҡыр иретеү заводы, Белорет заводы (1826 й. асылған), Богоявленск заводы, Воскресенка заводы(1838), Йүрүҙән‑Ивановка заводы(1838), Ҡананикольск заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Минйәр заводы(1834), Преображенск заводы, Үрге Троицк заводы, Һатҡы заводы, Әүжән‑Петровск заводтары(1837) эргәһендә эшләгән. 1848 й. Златоуст округ уч‑щеһы асылған, ул завод конторалары өсөн писарҙар, һыҙмасылар, хисапсылар, завод цехтары мастерҙары һәм надзирателдәре, завод мәктәптәре уҡытыусылары әҙерләгән. Ғәмәли дәрестәр Златоуст ҡорал фабрикаһында үткәрелгән. 1851 й. уч‑щела — 60, 1871 й. 76 уҡыусы булған. Тамамлаусылар уҡыуын Урал тау уч‑щеһында (1853 й. Екатеринбургта асылған) дауам итә алған. 1879 й. Т.с.м.һ.у. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағына тапшырылған, завод мәктәптәре — 2 класлы башланғыс уч‑щеларға, округ уч‑щелары ҡала училищеларына үҙгәртелгән. Үҙгәртеп ҡороуҙар завод хужаларының ризаһыҙлығын тыуҙырған, улар Т.с.м.һ.у. элекке статусын ҡайтарырға тырышҡан.

Әҙәб.: Н е ч а е в Н.В. Горнозаводские школы Урала. М., 1956; К у з ь м и н Н.Н. Низшее и среднее специальное образование в дореволюционной России. Челябинск, 1971; Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. Из истории южноуральских горных заводов XVIII—XIX веков: ист.-краеведч. очерки. В 2 ч. Ч.1. Уфа, 1985.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: