Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ

Просмотров: 1235

 СӘНӘҒӘТ ҠАЛДЫҠТАРЫ, производство йәки хеҙмәт итеү барышында барлыҡҡа килгән һәм файҙаланыуға яраҡһыҙ, ҡулланыу үҙенсәлектәрен бөтөнләй йәки бер аҙ юғалтҡан материалдар, матдәләр, изделиелар. Агрегат хәле б‑са газ (ҡара: Антропоген ташландыҡтар, Аэрозолдәр), шыйыҡ (ҡара: Ағынты һыуҙар), ҡаты (онтаҡтар, туҙандар, ҡойолма, ҡатҡан масса) С.ҡ. айырыла. Ташландыҡтарҙың айырым төркөмөнә шламдар — ҡаты һәм шыйыҡ фазалы ҡалдыҡтар (фильтрлауҙан, седиментациянан, нейтралләштереүҙән ҡалған ултырмалар) ҡарай. Ағыулылығы б‑са ғәҙәттән тыш хәүефле (1), юғары хәүефле (2), уртаса хәүефле (3), аҙ хәүефле (4), хәүефһеҙ (5) С.ҡ. кластарын айыралар. С.ҡ. ағыулылығын кеше һаулығына (хроник ауырыуҙар, канцероген йәки мутаген активлыҡ, төрлө аƒзаларҙы зарарлау һ.б.), хайуандар, биоаккумулятив үҙенсәлектәр, тирә‑яҡ мөхиткә тотороҡлолоҡ, тарҡалыу продукттары үҙенсәлектәренә һ.б. тәьҫир итеү эффектына ярашлы билдәләйҙәр. С.ҡ. барлыҡҡа килтереүҙе иҫкәртеү б‑са төп саралар: һыу ҡулланыуҙың әйләнешле һәм ябыҡ системаларын булдырыу, асыҡ процестарҙан ҡабатлап эшкәртеүселәргә күсеү, рекуперация (туҡтатыу һәм эшкәртеү), сеймал һәм ҡалдыҡтарҙың материаль ағымдарының ябыҡ төҙөлөшлө терр.‑сәнәғәт комплекстарын булдырыу (ҡара: Ҡалдыҡһыҙ технология) һ.б. Ҡайһы бер С.ҡ. башланғыс сеймал сифатында ҡулланыу (ҡара: Икенсел полимер сеймал, Икенсел ресурстар) беренсел сеймалды, материалдарҙы һаҡсыл тотоноуға һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ ресурстарҙы һаҡлаусы технологиялар булдырыуға булышлыҡ итә. С.ҡ. барлыҡҡа килеүен контролдә тотоуҙы пр‑тиеларҙа махсус хеҙмәттәр, дәүләт һәм ведомство органдары алып бара (ҡара: Рәсми сикләнеүле концентрация, Рәсми сикләнеүле ташландыҡ). Башҡортостанда 50%‑тан ашыу С.ҡ. — тау‑ҡаҙылма һәм тау эшкәртеү пр‑тиелары комплекстарына (ҡара: Техноген ятҡылыҡтар), 30% тирәһе химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте өлөшөнә тура килә (ҡара: табл.). Гальваник производстволарҙың С.ҡ. составына башлыса ауыр металдар инә. “Цветаевский” полигоны, нефть сығарыу сәнәғәтендә “Башнефть” АНК‑ның нефть шламы амбарҙары химия сәнәғәте ҡалдыҡтарын туплаусы булып тора. Гальваник производстволарҙың С.ҡ. “БелЗАН” пр‑тиеһы (Бәләбәй ҡ.) полигонында туплана, 90‑сы йй. алып улар Силәбе электролит цинк з‑дында эшкәртелә. С.ҡ. утилләштереү б‑са тикшеренеүҙәр ғилми‑тикшеренеү учреждениеларында (БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑ты, Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты, БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ), вуздарҙа (ӨДАТУ, ӨДНТУ), химия пр‑тиеларында (“Газпром нефтехим Салават”, “Каустик”, “Сода” һ.б.) алып барыла. Шулай уҡ ҡара: Газ таҙартыу, Кислоталы ямғырҙар, Химик экология.

Әҙәб.: М о т и н а Н.Н., А б д р а х и м о в Ю.Р. Применение отходов производства ОАО “Сода” для очистки сточных вод предприятия //Реновация: отходы‑технологии‑доходы: материалы Всерос. науч.‑практ. конф. Уфа, 2004; Обращение с отходами производства и потребления. Уфа, 2005; Государственный доклад о состоянии природных ресурсов и охраны окружающей среды Республики Башкортостан. Уфа, 2007—2012.

У.Ғ.Ибәтуллин

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

Таблица

Ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеү динамикаһы һәм уларҙы БР-ҙа утилләштереүҙең өлөшө

 

Йыл

Үтә зарарлы һәм зарарлы ҡалдыҡтар барлыҡҡа килеүе (1—2 класс), млн т

Утилләштерелгән, %

1995

5,9

3,4

1996

10,9

35,8

1997

12,9

40,3

1998

16,1

30,4

1999

19,6

30,1

2000

22,3/0,258

29,1

2001

20,8/0,267

39,4

2002

19,2/0,294

34,9

2003

18,4/0,242

50,5

2004

22,9/0,289

45,9

2005

36,4/0,274

27,5

2006

37,3/0,038

22,2

2007

41,7/0.306

25,2

2008

42,8/0,117

18,0

2009

36,8/0,291

23,8

2010

47,0/0,240

24,1

2011

59,1/0,244

20,0

2012

47,8/0,243

16,5

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019