ҒӘЗИЕВ Ислам Гәрәй улы
2169
ҒӘЗИЕВ Ислам Гәрәй улы [30.9.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ҡорманай а. (БР‑ҙың Ауырғазы районы)], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). 1949—89 йй. “Востокнефтепроводстрой” тресының 4‑се махсус ер ҡаҙыу эштәре идаралығында эшләй: 1954 й. алып экскаватор машинисы, 1977—79 йй. бригадир. Бохара—Урал, “Дуҫлыҡ”, “Төньяҡ балҡышы”, Урта Азия—Үҙәк, Туймазы—Омск, Шкапов—Салауат—Ишембай—Белорет—Магнитогорск һ.б. магистраль үткәргес торбалар төҙөүҙә ҡатнаша. Ленин (1971, 1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1969) ордендары менән бүләкләнгән.
Ғ.Ғ.Фәрхетдинов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар:

