Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА

Просмотров: 1378

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ҠУЛАЙЛАМА, яғыулыҡ энергияһын механик, электр һ.б. төр энергияға әүерелдерә. Г.т.ҡ. төп блоктары булып газ турбиналы двигатель һәм функциональ күсергес агрегат (компрессор, ҙур ҡеүәтле электр генераторы һ.б.) тора. Башлыса углеводород газда һәм дизель яғыулығында, ш. уҡ биогазда, спиртта, ваҡ дисперслы күмер саңында, ағасты ҡоро килеш ҡыуыу продукттарында һәм башҡа яғыулыҡ материалдарында эшләй. Г.т.ҡ. йыйнаҡ, тирә-яҡ мөхиткә зарары юҡ, автоматлаштырылған идара итеү системаларын ойошторорға мөмкинлек бирә. Файҙаланылған күсергес агрегаттың тәғәйенләнешенә ҡарап мелиорацияла (турбонасостар), газ сәнәғәтендә (газ ҡыуыу станциялары), химия сәнәғәтендә (газ компрессорлы агрегаттар), металлургияла (турбиналы һауа өрҙөргөстәр), энергетикала һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда төрлө тәғәйенләнешле Г.т.ҡ. “Мотор” ҒПП-нда эшләнә. 1999 й. электр һәм йылылыҡ энергияһын алыу өсөн ГТЭ­10/95 энергетика ҡулайламаһы уйлап табыла (А.А.Рыжов, А.Ә.Сәлихов, А.М.Әхмәтйәнов һ.б.) һәм “Башкирэнерго” ААЙ пр‑тиеларында индерелә. 2000 й. алып Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә АЛ‑31СТ, АЛ‑31СТЭ Г.т.ҡ. етештерелә, улар “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ һәм “Башкирэнерго” ААЙ пр‑тиеларында газ йөрөтөү һәм электр энергияһы эшләп сығарыу өсөн файҙаланыла (ҡара: табл.).

 Х.С.Ғүмәров, Ш.Р.Әбдерәшитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Башҡортостанда етештерелгән газ турбиналы ҡулайламалар

Күрһәткестәре

Типтары

ГТЭ‑10/95

АЛ‑31СТ

АЛ‑31СТЭ

Ҡеүәте, МВт:

  эффектив

  электр энергияһын етештереү буйынса

  йылылыҡ етештереү һәм ебәреү буйынса

 

10

 

18

 

16

 

 

20

 

27

Файҙалы эш коэффициенты, %:

  эффектив

  дөйөм

 

28,6

82

 

35

 

36,4

85

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019