Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨҘӨЛӨШ ФӘНДӘРЕ

Просмотров: 1339

ТӨҘӨЛӨШ ФӘНДӘРЕ, төҙөлөш теорияһы һәм практикаһы мәсьәләләрен тикшергән һәм дөйөмләштергән фәндәр комплексы. Дөйөм инженерлыҡ (инженерлыҡ геологияһы, төҙөлөш механикаһы, материалдар ҡаршылығы, төҙөлөш физикаһы һ.б.), махсус (төҙөлөш конструкциялары, төҙөлөш материалдары, төҙөлөш производствоһы технологияһы, фундаменттар һәм ер тоҡомдары механикаһы һ.б.) һ.б. фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Башҡортостанда Т.ф. үҫеше 1929 й. “БашНИПИстром” асылыу м‑н бәйле, унда утҡа сыҙамлы төҙөлөш материалдарын етештереү технологиялары уйлап табыла. БР Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм поизводство ин‑тында (ҡара: Төҙөлөш һәм ҡала төҙөлөшө комплексы институты) 60‑сы йй. башынан свайҙарҙы ҡағыу өсөн копёрҙар, зонд м‑н тикшереү ҡулайламалары (ҡара: Ер тоҡомдарын зонд менән тикшереү), призма формаһындағы свайҙар, свай-көплөктәр нигеҙендә свайлы фундаменттар, төйгөсләп тигҙләнгән соҡорҙарҙағы фундаменттар һ.б. эшләнә. Бетон һәм тимер‑бетон коррозияһы һәм уларҙы коррозиянан һаҡлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.Ф.Полак етәкс.), һөҙөмтәләре респ. нефтехимия комплексы, Әстерхан газ конденсаты комб‑ты объекттарында һ.б. индерелә. Сәнәғәт биналары түшәмдәренең һәм материал үткәргес эстакадаларҙың алдан уҡ көсөргәнеш бирелгән рәшәткәле тимер-бетон балкалары, коррозияға сыҙамлы терәк һәм һаҡлаусы елемләп йәбештерелгән ағас конструкциялар уйлап табыла һәм индерелә. Төҙөлөш материалдары, ш. иҫ. ике ҡат полиэтилен нигеҙендә рулонлы түбә ябыу материалдары, эзбиз‑кремнезёмлы бәйләүес матдәләр, силикат изделиелары, “Сода” пр‑тиеһының производство ҡалдыҡтарынан автоклав газобетон блоктары, Күмертау ТЭЦ-ыкөлдәрен, Белорет металлургия комбинатының шлактарын ҡулланып клинкерһыҙ бәйләүестәр етештереү технологиялары эшләнә. Балсыҡлы ер тоҡомдарын нығытыу өсөн химик ысул (һелтеләү) уйлап табыла; йырындарҙа, ишелеү һәм карст ҡурҡынысы булған, ныҡ һыуланған һ.б. терр‑яларҙа биналар һәм ҡоролмалар төҙөү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Нефть техник университетында торлаҡ йорттар һәм сәнәғәт биналарының вибрация ярҙамында пресланып бетон блоктарҙан эшләнгән күп ҡатлаулы йылы үткәрмәй торған тышҡы стена конструкциялары тикшерелә һәм производствоға индерелә, стеналар һалыуҙың хисаплау, проектлау б‑са норматив документтары һәм технологиялары эшләнә; фосфогипсты бәйләүес матдәләр, стена изделиелары, йөҙләү плиткаһы етештереүҙә файҙаланыу мөмкинлектәре тикшерелә; ҡорос‑фибробетонды һыу үткәреү торбалары һәм аҙ тороҡло аркалы күперҙәр конструкцияларында ҡулланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ ҡара: Бетон һәм тимер-бетон коррозияһы, Геотехника, Гидроизоляция һәм түбә материалдары, Ер тоҡомон өйрәнеү ғилеме, Төҙөлөштә норматив документтар системаһы.

Әҙәб.: П о л а к А.Ф. Твердение мономинеральных вяжущих веществ. М., 1966; Структурообразование и разрушение цементных бетонов. /В.В.Бабков [и др.]. Уфа, 2002.

В.В.Бабков, Р.Ф.Ваһапов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019