Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЛАТОУСТ ВОСКРЕСЕНИЕ ДИНДӘШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

Просмотров: 1288

ЗЛАТОУСТ ВОСКРЕСЕНИЕ ДИНДӘШ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ (3‑сө класлы). 1849 й. Златоустан 58 саҡырым алыҫлыҡта Иструть й. (Әй й. ҡушылдығы) ярында Троицк өйәҙендәге Йүрүҙән диндәштәр скитын үҙгәртеү һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына. Нигеҙ һалыусыһы һәм тәүге настоятеле — Иоанн (В.Ф.Гордеев). Исемен Изге Синодтың 1849 й. 28 февр. указына ярашлы ала. Монастырҙың 2 сиркәүе була: Воскресение (1897 й. яна), ағастан, 1851 й. төҙөлә һәм изгеләндерелә, Христос Терелеүе хөрмәтенә өҫтәле була, һәм Покров, таштан, диндәшлек чины б‑са 1901 й. епископ Антоний III тарафынан изгеләндерелә, Пресвятая Богородица Покровы хөрмәтенә ҡуйылған өҫтәле була. Монастырҙа боронғо православиеның иң изге әйберҙәре һаҡлана: Нерукотворный Спас иконаһы, уны ш. уҡ исемдәге байрамда һәм Троицала (ҡара: Ун ике байрам) тәре йөрөштәренә алып сығыр булғандар, изге благоверная Анна Кашинскаяның уның изге мәйете һалынған ракала изгеләндерелгән һәм изге ҡалдыҡтары ҡуйылған иконаһы, антиминс (изге ҡалдыҡтар м‑н яулыҡ, миһраптағы өҫтәлдә ята, 1652 й. изгеләндерелә). Воскресение сиркәүендә Служебник (1603 й. нәшер ителгән), ҡорамды изгеләндереү уңайынан Мәскәү митрополиты Филарет ебәргән өҫтәл Инжилы (1637 й. нәшер ителгән) һәм 17 б. башҡа дини китаптары һаҡлана. Монастырь 34 кешегә иҫәпләнә (настоятель‑игумен, ҡаҙнасы, 5 иеромонах, 2 иеродиакон, 25 монах), ғәмәлдә бында йәшәүселәр әҙерәк була (1819 й. настоятель һәм 8 монах). Асылыу мәленә монастырға Ҡуҫа заводының ҡаҙна ерҙәренән 110 дисәтинә ер бирелә, ш. иҫ. 57 дисәтинә һөрөнтө ер һәм болон, 11 дисәтинәнән ашыу урман, 41 дисәтинәнән ашыу һаҙлыҡ, 1917 й. — 304 дисәтинә ер. Уның ҡарамағында 5 ағас часовня, хөжрәләр урынлашҡан ағас бина, ат һарайы м‑н ҡунаҡхана, 4 тирмән, мал аҙбары, тимерлек була. 20 б. башына монастырь Уралда диндәшлектең үҙәгенә әүерелә, Белорет заводының, Златоуст (Косотур) заводының, Һатҡы заводының һәм улар эргәһендәге ауылдарҙың беглопоповсыларын диндәшлеккә өгөтләү м‑н шөғөлләнә; уның миссионерлыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә 80‑гә яҡын мосолман христиан динен ҡабул итә. Православие байрамдары ваҡытында яҡын‑тирә ауылдарҙағы диндәштәр ҡатнашлығында, монастырь часовняларына һуғылып, тәре йөрөштәре үткәрелә. Монастырь хәйриә м‑н шөғөлләнә: уның ҡарамағында диндәш ҡарттар йорто була; хөжрәләрҙә хеҙмәт иткән етем малайҙар тәрбиәләнә, уларҙы уҡырға‑яҙырға, боронғо урыҫ православиеһы йырҙарын (улар ырғаҡлы ноталар м‑н яҙылған) йырларға, иҫке чин ҡағиҙәләре б‑са дини йолалар башҡарырға (ҡара: Старообрядсылыҡ) өйрәтәләр. Беренсе донъя һуғышы йылдарында монастырь мохтаждарға матди ярҙам күрһәтә, фронтовиктар һәм ҡасаҡтар ғаиләләрендәге малайҙарҙы аҫрай, земствоға лазарет өсөн бина бирә. 15 ҡаҙаҡ ауырлығындағы сынйырҙар аҫып йөрөгән молчальник Макарий атаҡай, священноинок Афанасий, инок Антоний һ.б. диндарлыҡ һәм аскетлыҡ (ҡара: Дини аскетизм) ҡаһарманлығы м‑н дан ҡаҙана. 1921 й. монастырь ябыла, ерҙәре национализациялана; ғибәҙәт ҡылыу ҡорамда 30‑сы йй. башына тиклем үткәрелә. 30‑сы йй. 2‑се ярт. төҙөлөш эштәре барышында Покров сиркәүе яртылаш емертелә, көмбәҙе м‑н манараһы алып ташлана; бөтә часовнялары юҡ ителә. 1992 й. монастырь диндарҙарға ҡайтарыла, 1993 й. башлап Силәбе епархияһының Воскресение дөйөм православие монастыры булараҡ эшләй. Настоятелдәре: Иоанн (Гордеев; 1849 й. алып), Иоанн (1866 й. алып), Палладий (1912 й. ғин. алып), Антоний (1912 й. июненән), Антоний (А.Н.Миловидов; 1913 й. февр. алып), Сергий (А.Ушаков; 1993 й. алып).

Әҙәб.: Игнатьев Р.Г. Монастыри Уфимской епархии//Памятная книжка Уфимской губернии на 1873 г. Уфа, 1873; Матвеев С.И. Краткая история Златоустовского Воскресенского Единоверческого мужского монастыря Уфимской губернии, Златоустовского уезда. Уфа, 1913.

Н.П.Зимина, Ю.Н.Сергеев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: