Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ

Просмотров: 1183

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ, 1915 й. 30 мартында епископ Андрей инициативаһы б‑са ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Етәксе органы — Совет. Йәмғиәттең төп маҡсаттары: “Рәсәйҙең көнсығыш өлөшөндәге урыҫ халҡының рухи һәм матди көстәренең үҫеүенә, урындағы башҡа милләт халыҡтарының урыҫ халҡы м‑н үҙ-ара ихтирам һәм урыҫ ғилемлелегенә, гражданлылығына ылығыу нигеҙендә яҡынайыуына булышлыҡ итеү”, “емерткес революцион тенденцияларға ҡаршы тороу”. 1917 й. йәмғиәт большевиктар позицияһына ҡаршы була, һуңынан А.В.Колчакты яҡлап сығыш яһай. 1916 й. Өфө губернаһында йәмғиәт тарафынан Златоуст өйәҙенең Ахун, Усть-Әйәҙ аа. һәм Өфө өйәҙенең Илек а. утарҙарында 5 бер класлы башланғыс училище, Александр сиркәүе һәм Крестовоздвижение сиркәүе эргәһендә өлкәндәр өсөн 2 йәкшәмбе мәктәбе асыла. Беренсе донъя һуғышы йылдарында етем балалар өсөн Өфөлә (45 урынлыҡ) һәм Өфө өйәҙенең Надеждино а. (40 урынлыҡ) приюттар ойошторола. 1917—18 йй. йәмғиәт Өфөлә һәм өйәҙҙәрҙә көнүҙәк ижт.‑сәйәси мәсьәләләр б‑са халыҡ араһында лекциялар үткәрә. “Заволжский летописец” [(“Волга аръяғы йылъяҙмасыһы”); 1916 й. алып; 1918 й. сент. уны “Народ‑хозяин” (“Халыҡ‑хужа”) ж. алмаштыра; ҡара: Христиан ваҡытлы матбуғаты], “За родную землю” (“Тыуған ер өсөн”; 1918 й. июленән) ж., татар телендә “Дуҫ” (1916—18), “Великая Россия” (“Бөйөк Рәсәй”, 1919 й. майынан; тәүҙә — Көнбайыш армия баҫмаһы) гәз. нәшер итә. Үҙенең нәшриәте тарафынан (1917 й. нигеҙләнгән) 100‑ҙән ашыу атамалағы китап, брошюралар, ижт.‑сәйәси һәм рухи‑әхлаҡи темаларға листовкалар сығарыла. 1919 й. июнендә эшмәкәрлеген туҡтата. Йәмғиәт м‑н М.А.Миропиев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Рәйесе — Андрей (1916 й. алып).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 01.08.2023