Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА КИЛЕМЕ

Просмотров: 1185

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА КИЛЕМЕ, халыҡтың алған һәм йыйған аҡсаһы. Халыҡтың бөтә категорияларының эш хаҡы; эшҡыуарлыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡ продукттарын һатыу һәм шәхси хеҙмәт эшмәкәрлегенән, милектән (дивидендтар, күсемһеҙ милекте һатыу һ.б.) килгән килемдәр; соц. тәьминәт һәм халыҡты соц. яҡлау б-са аҡсалата түләүҙәр (пенсия, стипендия, дотация һ.б.); заём б-са отоштарҙы түләү, һаҡлыҡ һәм коммерция банкылары учреждениеларын­дағы вкладтар б-са түләүҙәр, страховка б-са кире ҡайтарылған түләүҙәр һ.б. инә. Халыҡтың йәшәү кимәлен билдәләгән төп күрһәткестәрҙең береһе, халыҡтың аҡса килемдәре һәм аҡса сығымдары балансы нигеҙендә иҫәпләнә. Номиналь (фактик ойошҡан) һәм реаль ҡулланырлыҡ (һалым һәм мотлаҡ түләүҙәрҙән һуң ҡалған килем суммаһы) Х.а.к. айырыла (ҡара: Халыҡтың реаль килеме).

1990 й. башынан баҙар иҡтисады шарттарында БР Х.а.к. структураһында эш хаҡы түләү өлөшө күпкә кәмей (ҡара: 1-се табл.). Х.а.к. артыуы (ҡара: 2-се табл.) килем бүленешенең тигеҙ булмауы м-н бергә бара: халыҡтың матди яҡтан тәьмин ителеү кимәле б-са дифференциация­һының юғары кимәлдә булыуы күҙәтелә (ҡара: 3-сө табл.). Фондтар коэф. (10% етеш халыҡ һәм 10% етеш булмаған халыҡ өлөшөнөң килеме сағыштырмаһы) һәм Джини коэф. (килем бүленешендәге тигеҙһеҙлек дәрәжәһе) артыуы м-н бер үк ваҡытта ярлылыҡ кимәленең (халыҡтың йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк килем алған сағыштырма өлөшө) түбәнәйеүе күҙәтелә. 2011 й. Х.а.к. йән башына уртаса кимәле б-са БР Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында 4-се, РФ-та 20-се урынды биләй.

 С.Х.Ҡадиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: