Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭШ ХАҠЫ

Просмотров: 1196

ЭШ ХАҠЫ, милли килемдең аҡсалата формала билдәләнгән өлөшө, ул һәр бер хеҙм‑р тарафынан сарыф ителгән хеҙмәт күләме һәм сифаты б‑са бүленә, шәхси маҡсатта ҡулланыла; хеҙмәт өсөн түләү. Э.х. дәүмәле эшсе көсөнә һорау һәм тәҡдимгә ҡарап билдәләнә, ш. уҡ хеҙм‑рҙең квалификацияһына, башҡарылған эштең ҡатмарлылығына һәм шарттарына бәйле була. Э.х. номиналь дәүмәлен — хеҙм‑рҙең хеҙмәте өсөн алған аҡса суммаһы, реаль дәүмәлен был аҡсаға алырға мөмкин булған тауар һәм хеҙмәт күләме билдәләй. Э.х. ике төп төрө — ваҡыт иҫәбенән (эшләгән ваҡыт б‑са) һәм эшкә (етештерелгән продукция күләме б‑са) ҡарап түләү айырыла. Э.х. формаһы б‑са төп (ғәмәлдәге тарифтар һәм түләү нормаларына, ш. иҫ. окладҡа тап килә) һәм өҫтәмә (Э.х. тыш төрлө түләүҙәр), күләме б‑са аҡсалата һәм натуралата булыуы мөмкин. Э.х. сығанағы булып — пр‑тиеның саф килеменең, бюджет ойошмаларында ярашлы бюджет аҡсаһының бер өлөшө тора. Э.х. дәүләт яғынан көйләү минималь Э.х. билдәләүҙе, берҙәм тариф селтәрен, район коэф., тейешле йылдар эшләгән өсөн һ.б. өҫтәмә түләүҙәрҙе булдырыуҙы үҙ эсенә ала. Баҙар иҡтисады шарттарында пр‑тиелар Э.х. формалаштырыу ысулдарын (тарифһыҙ йәки тариф б‑са) үҙ аллы һайлай, Э.х. төрлө премиялау системаларын (табышта ҡатнашыу) ҡуллана. Өс яҡлы килешеүҙәр һәм коллектив килешеүҙәр Э.х. көйләү инструменты булып тора.

Совет власының иҡт. сәйәсәте етештереү сараларын дөйөм милек итеп ҡарау, хужалыҡты планға ярашлы алып барыу, матди байлыҡтарҙы тигеҙләп бүлеү принциптарына нигеҙ­ләнгән. Хәрби коммунизм осоронда сәнәғәт пр‑тиеларында эшселәрҙең хеҙмәте өсөн түләү башлыса натураль характерҙа булған. 1921 й. ғин. Өфө губ. был өлөш эшселәрҙең уртаса Э.х. 82,8%‑ын, июлдә — 96,7%‑ын тәшкил иткән. Гиперинфляция шарттарында Э.х. дәүмәле һәм ваҡлап һатыу хаҡтары араһындағы айырма артҡан; эшселәрҙең уртаса Э.х. йәшәү минимумына сағыштырмаһы 1921 й. ғин. — 10,3%, июль һәм авг. 4,1% тәшкил иткән. Яңы иҡтисади сәйәсәткә күскәндән һуң хеҙмәткә натуралата түләү аҡсалатаға алмаштырыла, хеҙмәткә эш башынан премия түләгәндә сикләүҙәр алына, карточкалар б‑са шәхси тәьминәт бөтөрөлә, коллектив тәьминәт, ш. уҡ эшселәрҙең етештереүсәнлеге һәм квалификацияһы б‑са хеҙмәткә түләү индерелә. 1922 й. Өфө губ. сәнәғәт пр‑тиеларының 21,8%‑ында ваҡыт иҫәбенән түләү, 14,9%‑ында — эш башынан түләү, 7,5%‑ында — эш башынан премия түләү, 55,8%‑ында ҡатнаш түләү системаһы ҡулланылған. Эшсенең бер эш сәғәте өсөн уртаса түләү дәүмәле эш башынан түләгәндә 77 һум, эш башынан премия түләгәндә — 44 һум, ваҡыт иҫәбенән түләгәндә — 22 һум, ҡатнаш система б‑са түләгәндә 48 һум тәшкил иткән. 1922 й. алып эшселәр һәм сәнәғәт пр‑тиелары етәкселәре араһында коллектив килешеүҙәр төҙөлә башлай. 30‑сы йй. башында берҙәм тариф селтәре Э.х. күләмен көйләүҙең төп инструментына әйләнә.

90‑сы йй. башынан БР‑ҙа реаль Э.х. артыуы һәм уның м‑н номиналь Э.х. араһындағы айырманың кәмеүе (ҡара: 1‑се табл.), иҡт. эшмәкәрлек төрҙәре б‑са уртаса Э.х. кимәленең һиҙелерлек бүленеше (ҡара: 2‑се, 3‑сө табл.), халыҡтың аҡса килеме структураһында хеҙмәт өсөн түләү өлөшөнөң кәмеүе күҙәтелә. Э.х. сағыштырмаса юғары кимәле финанс, элемтәөлкәһендә, сәнәғәттең ҡайһы бер тармаҡтарында, транспортта эшләгәндәрҙә, түбән кимәле — ауыл хужалығы, соц. өлкә (һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт) хеҙм‑рҙәрендә була. Уртаса кимәлдән түбән Э.х. алыусы хеҙм‑рҙәрҙең сағыштырма өлөшө — 67,0%, миним. Э.х. кәмерәк алыусыларҙың өлөшө 1,4% тәшкил итә (2011). Халыҡтың аҡса килеме структураһында Э.х. өлөшө 36,8%‑ҡа тигеҙ (2004). Пр‑тиеларҙың һәм ойошмаларҙың иҡт. көрсөккә бәйле барлыҡҡа килгән Э.х. б‑са бурысы кимәле кәмей. 2000 й. ул иң ҙур кимәлгә етә һәм 1399 млн һум, 2005 й. башында — 287,9 млн һум, 2012 й. башында 111,5 млн һум тәшкил итә.

Р.Ә.Ғәлин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: