Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1332

СЕЙМАЛ ТАБЫУ ҺӘМ ЯҒЫУЛЫҠ ӘҘЕРЛӘҮ СӘНӘҒӘТЕ, ер аҫты, һыу һәм урманда сеймал һәм яғыулыҡтың төрлө төрөн сығарыу, ш. уҡ уларҙы беренсел эшкәртеү (байыҡтырыу) м-н шөғөлләнгән сәнәғәт тармаҡтары йыйылмаһы. Башҡортостанда С.т.һ.я.ә.с. яғыулыҡ сәнәғәтенән (нефть сығарыу сәнәғәте), төҫлө металлургиянан (төҫлө металл, ҡиммәтле металл мәғдәндәрен сығарыу), ҡара металлургиянан (тимер мәғдәндәрен сығарыу), химия сәнәғәтенән (тау-химия сеймалы сығарыу), төҙөлөш материалдары сәнәғәтенән, ағас әҙерләү сәнәғәтенән һ.б. тора (ҡара: табл.). С.т.һ.я.ә.с. продукцияһы башлыса эшкәртеү сәнәғәтендә файҙаланыла. БР-ҙа сәнәғәт продукцияһы күләменең 20%-ы С.т.һ.я.ә.с. өлөшөнә тура килә (2004).

И.В.Гурьянова, В.Ғ.Хәйруллина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

БР-ҙың сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте

продукцияһының төп төрҙәрен етештереү

Продукция төрҙәре

1913

1928

1940

1960

1980

2000

2010

2011

Күмер (мең т)

49

3563

7927

46

Нефть (млн т)

0,005*

1,5

28,8

38,9

11,7

13,4

14,4

Тәбиғи газ (ш. иҫ. эйәрсен газ (млн м3)

20,4*

12,9

1336

1187

386

369

414

Тимер рудаһы (мең т)

242

89

128

357

317

74

Балыҡ тотоу (т)

1300

350

718

592

455

342

1492**

1573**

Ағас сығарыу (мең м3 тығыҙ ағас)

406

1016

2795

3500

926

486***

559***

* 1932 й. мәғлүмәттәре

** Тере, яңы тотолған йәки һыуытылған балыҡ

*** Эшкәртелмәгән ағас

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: