Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ

Просмотров: 1648

ТИМЕР ЮЛ ТРАНСПОРТЫ, тимер юлдар буйлап пассажирҙар һәм йөк ташыған транспорт төрө. Тәғәйенләнеше б‑са дөйөм ҡулланылыштағы һәм сәнәғәт Т.ю.т. бүленә. Башҡортостанда Т.ю.т. үҫешә башлауы 1888 й. Һамар—Өфө т. юлын асыуға бәйле. Хәрәкәт иткән юл составын 4 тауар‑пассажир һәм 27 тауар паровозы (А серияһы), 43 пассажир һәм 750 тауар вагоны тәшкил итә. 20 б. башында Өфө ст. локомотив депоһында Ов, Од сериялы йөк һәм З, Н сериялы пассажир паровоздары төп тартыу көстәре булып тора. Тауар поездарының хәрәкәт тиҙлеге — 15—20 км/сәғ., пассажир поездарыныҡы 30—35 км/сәғ. була. 20‑се йй. уртаһында Э һәм С, 30‑сы йй. уртаһынан тиҙлеге 85 км/сәғ. тиклем еткән ФД и ФДП сериялы паровоздар файҙаланыла башлай. 40‑сы йй. башына тиклем йөк ташыуҙа 25 т тиклем йөк күтәрмәле, башлыса 2 күсәрле йөк вагондары ҡулланыла, һуңыраҡ 4 һәм 8 күсәрле вагондар (72 т алып 125 т тиклем), махсус вагондар (иген, цемент, еңел машиналар ташыу өсөн), ҙур күләмле контейнерҙар, ш. уҡ рефрижераторлы вагондар файҙаланыла башлай. 1954—56 йй. Куйбышев т. юлының Абдулла—Өфө—Кропачёво участкаһын электрлаштырыу м‑н ВЛ22, ВЛ22М, һуңыраҡ ВЛ8, ВЛ10 сериялы йөк һәм ЧС2, ЧС4 сериялы пассажир электровоздары ҡулланыла башлай, уларҙың тиҙлеге 160 км/сәғ. тиклем етә; электрһыҙ участкаларҙа ТЭ3, ТЭМ1, 2ТЭ10М һ.б. сериялы тепловоздар файҙаланыла. 1957 й. башлап ҡала яны зонаһында пассажирҙар ташыу (ҡара: Ҡала‑тирә транспорты) СР3 сериялы электропоездар м‑н тормошҡа ашырыла, улар 1966— 67 йй. ЭР2, 2002 й. ЭД4М сериялы электровоздарға алмаштырыла. 70‑се йй. башына Т.ю.т. яңынан техник йыһазландырыу программаһы тамамлана: т. юлда тартыу көсө итеп электр һәм тепловозды ҡулланыуға күсеү тормошҡа ашырыла, узелдар һәм станцияларҙы реконструкциялау, бер юл эргәһенән икенсеһен үткәреү һ.б. эштәр башҡарыла. Башҡортостандың транспорт системаһында Т.ю.т. (ҡара: табл.) йөк ташыу б‑са 3‑сө (2011) һәм йөк әйләнеше (24,0%) б‑са 2‑се урынды биләй. Респ. дөйөм ҡулланылыштағы Т.ю.т. файҙаланылған юлдарының оҙонлоғо 1451 км тәшкил итә. 120‑ләгән пр‑тиеның инеү юлы һәм хәрәкәт иткән составы (182 локомотив, 9001 йөк вагоны) бар. Сәнәғәт Т.ю.т. юлдары оҙонлоғо 603 км тәшкил итә (2011). Т.ю.т. өсөн белгестәр әҙерләү Һамар дәүләт тимер юлдар университетының Өфө филиалында һәм Тимер юл транспорты техникумында алып барыла.

А.Н.Безденежных, О.В.Дмитриева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Пассажирҙар һәм йөк ташыу күләме

Күрһәткестәр

1950

1960

1970

1980

1990

2000

2010

2011

Дөйөм файҙаланыуҙағы т. юл траспорты

Йөк оҙатылған, млн т

12,4

35,1

44,8

53,7

51,9

23,1

28,4

29,5

Йөк әйләнеше, млрд т-км

99,9

21,9

39,0

58,7

55,7

33,0

42,0

46,7

Пассажир оҙатылған, млн кеше

5,2

14,1

21,1

32,2

36,5

8,9

5,9

6,0

Пассажирҙар әйләнеше, млрд пасс.-км

0,859

2,3

3,1

3,2

3,6

2,4

1,7

1,7

Сәнәғәт тимер юл транспорты

Ойошмалар юлдары буйлап ташылған, млн т

22,5

74,2

138,4

164,5

160,1

64,6

51,0

48,7

Йөк әйләнеше, млн т-км

264,6

523,3

655,2

905,6

1013,8

367,3

410,2

401,9

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: