Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨТӨҮЛЕК ДИГРЕССИЯҺЫ

Просмотров: 1223

КӨТӨҮЛЕК ДИГРЕССИЯҺЫ, мал көтөү арҡаһында экосистемалар торошоноң насарайыуы. К.д. барышында үҫемлектәр донъяһының составы, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре үҙгәрә, көтөүлектәрҙең продуктлылығы һәм үҫемлектәр япмаһының проекция ҡаплауы кәмей. Һөҙөмтәлә фитоценоздың төр составы ярлылана, тапауға сыҙамлы (түшәлеүсән үренделе үҫемлектәр — ҡаҙ үләне, үрмә клевер һ.б. йәки уҡмаш теҙелешле япраҡлы — дарыу бәпембәһе, көҙсәскә, юл япрағы һ.б.) һәм ашарға яраҡһыҙ (әсе үҫемлектәр — Гмелин һөтлөгәне, ваҡ әрем, әсе әрем һ.б. йәки сәнскеле — сәнскеле шайтан текәне, ябай билсән һ.б.) үҫемлек төрҙәре һаҡланып ҡала. Башҡортостанда К.д. бигерәк тә Башҡортостандың Урал алдында (айырыуса респ. төньяҡ-көнсығышында) һәм Башҡортостандың Урал аръяғында таралған. Респ. көньяҡ райондарында артыҡ дымлы тупраҡтың мал тояғы аҫтында тығыҙланыуы уның икенсел тоҙланыуына булышлыҡ итә. Тау битләүҙәрендә К.д. тупраҡ эрозияһының интенсив үҫешенә килтерә. 20 б. 80‑се йй. Биология институтында (Н.И.Фёдоров) мал көтөүҙең Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы ҡарағай-ҡайын урмандарының үлән ярусы составына һәм структураһына тәьҫире өйрәнелә, мал көтөүҙе тәртипкә килтереү б‑са тәҡдимдәр эшләнә. 90‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында (У.Б.Юнысбаев) төрлө а.х. малдарын (һыйыр малы, йылҡы, һарыҡтар) көтөүҙең Башҡортостандың Урал аръяғы дала берләшмәләренә тәьҫире өйрәнелә.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019