Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫМЫҘЛЫҠТАР

Просмотров: 909

ҠЫМЫҘЛЫҠТАР (Polygonum), ҡарабойҙай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 15 төрө үҫә: альп Ҡ., йәки башҡорт кәбеҫтәһе; кескәй Ҡ.; ауыш Ҡ.; һыу боросо; бәпкә үләне, йәки күгүлән һ.б. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр.

Һабаҡтары төҙ, ҡайһы берҙәре уралыусан, бейеклеге 10—150 см. Япраҡтары бөтөн, нигеҙендә шына формаһында, һирәгерәк йомро, ҡытыршы йәки шыма. Сәскәләре ике енесле, тәлгәш йәки һепертке һымаҡ сәскәлектәргә йыйылған аҙ сәскәле төргәктәрҙә. Май—сент. сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы йәки ҡанатлы сәтләүек. Ҡ. күп төрө дымлы урындарҙа осрай. Һыу боросоноң һыу һәм ер өҫтө формалары бар.

Ирәмәл Ҡ. (сәскәлегенең аҫҡы өлөшөндә һуғанбаштары бар) — тау тундраһында; альп Ҡ. — тауҙарҙа; йылан тамыр (йыуан йылан һымаҡ бөгәрләнгән тамырһабағы бар) — һыубаҫар болондарҙа; ялған ҡомлоҡ Ҡ. — далала; татырлауыҡ Ҡ. ныҡ тоҙланған тупраҡтарҙа үҫә. Ҡ. күп төрө республиканың бөтә терр‑яһында таралған, ҡайһы берҙәре Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай. Ҡ. составында дуплаусы матдәләр, флавоноидтар, витаминдар күп булыуы м‑н айырылып тора. Декоратив үҫемлектәр (йылан тамыр), дарыу үҫемлектәре (һыу боросо, геморрой Ҡ. һ.б.), баллы үҫемлектәр (йылан тамыр, яҫы Ҡ. һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (һыу боросо, ауыш Ҡ. һ.б.), ашарға яраҡлы үҫемлектәр (альп Ҡ., бәпкә үләне һ.б.), ҡый үләндәре (монпелье Ҡ., яҫы Ҡ. һ.б.). Геморрой үләне орлоҡтары хайуандар өсөн зарарлы.

Е.В.Кучеров, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019