Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠӘНӘФЕР

Просмотров: 981

ҠӘНӘФЕР (Dianthus), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, башлыса Евразияла, Африкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө үҫә: Андржевский Ҡ., төҫлө Ҡ., ҡыҙыл Ҡ. һ.б. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, һирәгерәк үрмәле, бейеклеге 20— 70 см. Япраҡтары ҡыяҡ, таҫма‑ланцет формаһында, ҡапма‑ҡаршы. Сәскәләре дихазияларҙа, бөтөркәләрҙә йәки яңғыҙар, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле. Каса япраҡсаһы ҡушылып үҫкән, төбөндә сәскә ҡолаҡсыны бар. Таж япраҡтары өҫ яҡтан кәкерсәкле йәки сәсәкле. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Төҫлө Ҡ. һәм ҡыҙыл Ҡ. болондарҙа, энә япраҡлы Ҡ. ҡаяларҙа һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә, респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған. Андржевский Ҡ., ҡаты Ҡ., аҡтаж Ҡ. һәм Урал Ҡ. далаларҙа һәм ташлы яланғаслыҡтарҙа, башлыса Башҡортостандың көньяғында үҫә. Ҡупшы Ҡ. һәм һырылыусан Ҡ. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының яланғас бүлкәт һәм тау болондарында, тар япраҡлы Ҡ. Краснокама р‑нының Кама й. һыубаҫар туғайында осрай. Күпселек Ҡ. — декоратив үҫемлектәр. Йәшелләндереүҙә йәки ҡырҡып алыу өсөн һаҡаллы Ҡ., йәки төрөк Ҡ. күп сорттары (ҡайһы берҙә ҡырағай хәлдә осрай), ҡытай Ҡ. һәм баҡса Ҡ., йәки голланд Ҡ. киң ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына үҫемлектәрҙең 2 һирәк төрө(аҡтаж Ҡ. һәм эндемик Урал Ҡ.) индерелгән. Шулай уҡ тәмләткес — тропик бүлкәттә үҫтерелгән мирт һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡәнәфер ағасының киптерелгән сәскә бөрөләре Ҡ. тип атала.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019