Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРПЕС

Просмотров: 1069

ГЕРПЕС (гр. herpes — тимрәү), инфекцион ауырыуҙар төркөмө. Кеше Г. тыуҙырыусы — Herpesviridae ғаиләһенә ҡараған ДНК‑лы вирустар, кеше организмында ғүмерлеккә урынлашыуға (персистирланыуға) һәм иммунитет дефициты фонында ауырыуҙың төрлө формаларын тыуҙырыуға һәләтле. Вирустың 8 тибы билдәле, кеше өсөн бөтәһе лә ауырыу тыуҙыра. Ябай (тирене, лайлалы тиресәне, күҙ мөгөҙсәһен зарарлай) һәм уратма (нервы системаһын зарарлай) Г. айырыла. Ауырыу һауа, бәйләнеш йәки енси юл аша йоға. Булышлыҡ иткән сәбәптәр: иммунитеттың түбәнәйеүе, һалҡын тейеү, витаминдар етешмәүе, стресс. Йыш ҡына грипп, пневмония һ.б. ауырыуҙар фонында барлыҡҡа килә. Ябай Г. төп симптомдары: тире ҡысыу йәки әрнеү, шешкән ирендәргә, танау япраҡтарына, ауыҙ ҡыуышлығы һәм енес ағзаларының лайлалы тиресәләренә үтә күренмәле тупланып торған ваҡ күперткеләр сығыу, күперткеләр урынында ҡутыр барлыҡҡа килеү; уратма Г.: баш һәм нервылар йүнәлеше буйлап (ҡабырғалар араһы, боттар) ауыртыу, лимфа төйөрҙәре ҙурайыу, тән т‑раһы күтәрелеү, тирегә күперткеләр сығыу. Диагностика өсөн флюоресценцияланыусы антиесемдәр, иммунофермент анализ, полимераз сылбырлы реакция ысулдары ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (вирустарға ҡаршы, шешеүгә ҡаршы, иммуномодулләүсе препараттар), вакцинотерапия, диетотерапия, физиотерапия. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тиренең һәм эске ағзаларҙың бактериаль инфекциялары, экзема, йөрәк-ҡан тамырҙары етешмәүсәнлеге, энцефалит һ.б. Иҫкәртеү: иммунитетты күтәреү, һалҡын тейеүҙән, стрестан һаҡланыу һ.б. Башҡортостанда өлкән кешеләрҙең 80—90%‑ы ябай Г. вирусын йөрөтә. Г. дауалау ысулдарын фәнни яҡтан тикшереү Медицина университетында (Д.Ә.Вәлишин, Д.Х.Хунафина һ.б.), 2‑се Респ. клиник дауаханаһында (ҡара: Республика клиник дауаханаһы 2; Ә.Х.Стоянова, Л.А.Сәлихова), Күҙ ауырыуҙары институтында (Р.Ә.Батыршин, И.А.Грипась, М.А.Деребизова, В.Б.Мальханов, Н.Е.Шевчук һ.б.) алып барыла.

Әҙәб.: Бикбулатов Р.М. Цитопатология экспериментального герпеса. Уфа, 1970; шул уҡ. Герпетическая инфекция. М., 1974 (авторҙ.).

Д.Х.Хунафина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: