Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИРУСТАР

Просмотров: 1585

ВИРУСТАР (лат. Virus — ағыу), нуклеин кислотаһынан һәм аҡһым тышсаһынан торған бик ваҡ күҙәнәкһеҙ төҙөлөшлө өлөшсәләр. Тере күҙәнәккә үтеп инергә һәм шул күҙәнәк эсендә генә үрсергә һәләтлеләр. Йылы ҡанлы умыртҡалыларҙы зарарлаусы — 500‑гә яҡын, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙе зарарлаусы 300‑ҙән ашыу, бактерияларҙы зарарлаусы (бактериофагтар) 100‑гә яҡын төрө билдәле. Формалары төрлө: таяҡса (ҡотороу ауырыуы В.), еп (картуфтың тимгел ауырыуы В.), тура мөйөшлө (сәсәк В.), шар рәүешендә (грипп В., герпес В.). В. сағыштырмаса эре (диам. 300—400 нм), уртаса (80—125) һәм ваҡ (20—30) була. Химик составы б‑са нуклеин к‑таһынан (ДНК йәки РНК) һәм аҡһым тышсаһынан (капсидтан) торған ябай һәм составында липопротеидтар, ферменттар, углеводтар булған ҡатмарлы В. айырыла. Нуклеин к‑таһының һәр ваҡыт бер тибы (ДНК йәки РНК) була. ДНК‑лы В. сәсәк, герпес, полиома һ.б. ҡарай, РНК‑лы В. — бешмә, грипп, полиомиелит һ.б. В. 2 формала тереклек итә: күҙәнәктән тыш, йәки тын хәлдә (вирус өлөшсәләре, йәки вириондар) һәм күҙәнәк эсендә, йәки үрсеүсе (В. комплексы — күҙәнәк). В. — генетик кимәлдәге күҙәнәк эсе паразиттары: хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең, бәшмәктәрҙең, микроорганизмдарҙың тере күҙәнәктәренә үтеп инеп, уларҙың ферментатив аппаратын вирус өлөшсәләрен синтезлаған үҙҙәренең генетик аппараты ярҙамында үрсеү өсөн файҙалана. В. ген инженерияһында киң ҡулланыла. Бактериофагтар — молекуляр биологияның классик объекты. В. кешенең күп ауырыуҙарын (сәсәк, грипп, ҡыҙылса, полиомиелит һ.б.) тыуҙыра. Төрлө хайуандарҙы зарарлаусы — полипатоген (ҡотороу ауырыуы В., Ауески ауырыуы В. һ.б.) һәм бер генә төргә йоғоусы монопатоген (сусҡа чумаһы В., тауыҡтарҙың инфекцион ларинготрахеиты В. һ.б.) В. бар. Үҫемлек В. башлыса имеүсе бөжәктәр, талпандар, нематодалар ярҙамында, зарарланған бәшмәк зооспоралары һәм орлоҡ м‑н тарала (ҡара: Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары). Шулай уҡ ҡара: Вирусология.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019