ҒИЗЗӘТУЛЛИН Альберт Ғиниәт улы
ҒИЗЗӘТУЛЛИН Альберт Ғиниәт улы (20.3.1938, Силәбе ҡ. — 2015, Өфө ҡ.), патофизиолог. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1966) Төмән медицина институтында эшләй; 1967—2008 йй. — БДМУ‑ла: 1972 й. тиклем лаборатория мөдире, 1982—2001 йй. экология курсы менән нормаль физиология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1983—88 йй. дауалау факультеты деканы. Фәнни эшмәкәрлеге эритропоэзды нейрогумораль көйләү проблемаларына арналған. Ғ. остеомиелит ваҡытында һөйәк ҡыуышлығын тултырыу алымдарын, кешенең гамма-глобулины препараттарының реактогенлығына биологик контроль ысулдарын дауалау практикаһына индергән. Бөтә Рәсәй физиологтарының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе (1992—2008).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина