Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ

Просмотров: 1261

ҠАНДАЛА ҮЛӘНЕ (Melilotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25‑кә яҡын төрө билдәле, Европала, Азияның, Төньяҡ Африканың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: аҡ Ҡ.ү., буйһыу Ҡ.ү., дарыулы (һары) Ҡ.ү., иҙел Ҡ.ү., тешле Ҡ.ү. Ике йыллыҡ үлән үҫемлеге. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 90—200 см. Япрағы өсәрле. Сәскәһе аҡ, һары, ваҡ, эйелгән; сәскәлеге — тәлгәш формаһында. Май—авг. сәскә ата. Емеше — асылмай торған ҡуҙаҡ, июль—сент. өлгөрә. Болонда, көтөүлектәрҙә, һирәгерәк тоҙло тупраҡта (тешле Ҡ.ү.) һәм ташландыҡ ерҙә (иҙел Ҡ.ү.) үҫә. Аҡ Ҡ.ү. һәм дарыулы Ҡ.ү. респ. барлыҡ терр‑яһында таралған, башҡа төрҙәре башлыса Башҡортостандың Урал алдының үҙәк өлөшөндә үҫә. Ҡ.ү. — мал аҙығы, баллы үҫемлек; дарыулы Ҡ.ү. медицинала ҡулланыла. БР‑ҙа аҡ Ҡ.ү. (200 см тиклем бейеклектәге үҫемлек) һәм дарыулы Ҡ.ү. (бейеклеге 180 см тиклем) үҫтерелә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,5—1,9 г. Аҡ Ҡ.ү. — ҡышҡа, ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек, уны үҫтереү өсөн һаҙланған һәм әсе тупраҡ яраҡһыҙ, 12 көнгә тиклем һыу баҫыуға, мал көткәндә тапалыуға бирешмәй. Дарыулы Ҡ.ү. — ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек, уны үҫтереү өсөн бер аҙ татырлы тупраҡ яраҡлы, ер аҫты һыуҙарының яҡын ятыуын насар кисерә. Ҡ.ү. яҙғы иген культуралары ҡапламы аҫтында яҡшы үҫә (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр). Төп элгәрҙәре: аралыҡлы культуралар, ужым иген культуралары. Иртә яҙҙа сәселә. Ғәҙәти рәтле сәсеү ысулы м‑н сәсеү нормаһы 16—18 кг/га, киң рәтле — 6—8 кг/га, орлоҡто сәсеү тәрәнлеге 1,5—2,0 см. Аҡ Ҡ.ү. уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 225, бесән — 65, орлоҡ — 8; дарыулы Ҡ.ү. — ошоға ярашлы 190, 63, 9; 100 кг йәшел массала 18,5—19,5 мал аҙығы берәмеге, 3,1—3,2 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Өфө тәжрибә-производство хужалығы, 2000). Йәшел мал аҙығы, бесән итеп һ.б. ҡулланыла. Ҡ.ү. яңы сорттарын булдырыу һәм уны үҫтереү технологияһын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1975 й. башлап БНИИСХ‑ла (Ғ.Ҡ.Зарипова, Раф.С.Йәнекәев, В.А.Михеев, Н.С.Саламатин) һәм БДАУ‑ҙа (Т.М.Мәсәлимов) алып барыла. Аҡ Ҡ.ү. башлыса көньяҡ урман-дала зонаһында, төньяҡ урмандала зонаһында һәм төньяҡ-көнсығыш урман-дала зонаһында, дарыулы Ҡ.ү. Урал алды дала зонаһында һәм Урал аръяғы дала зонаһында үҫтерелә. БР б‑са дарыулы Ҡ.ү. респ. селекционерҙары сығарған Альшеевский һәм аҡ Ҡ.ү. Чермасан сорттары ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Барбалис П.Д., Якобсон Ю.О. Белый донник в нечернозёмной полосе. М., 1960; Масалимов Т.М. Донник. Уфа, 1991.

Ғ.Ҡ.Зарипова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019