Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙРАУЫҠ

Просмотров: 1298

АЙРАУЫҠ (Dactylis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тамыр өлөшө ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 30—130 см. Япрағы киң ҡыяҡлы, ҡытыршы, йомортҡа формаһындағы оҙон телсәле. Сәскәләре күкһел йәшел һепертке барлыҡҡа килтереүсе бер яҡлы башаҡҡа йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июлдә өлгөрә. Аҡланда, болонда, ҡыуаҡлыҡ араһында һәм һирәкләнгән урманда үҫә, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Мал аҙығы үҫемлеге, культураға индерелгән. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,2 г. Ҡышҡа сыҙамлылығы уртаса, күләгәгә сыҙамлы үҫемлек, ҡоролоҡҡа сыҙамлылығы түбән, артыҡ дымды күтәрә алмай, башҡа ҡыяҡлы мал аҙығы культураларына ҡарағанда йығылыуға нығыраҡ тотороҡло. Иртә яҙҙан үҫеп сығыуы м‑н айырыла, 2—3 тапҡыр сабып алырға мөмкин. Ужым һәм яҙғы иген культуралары ҡапламында яҡшы үҫешә (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр). Төп элгәрҙәре: йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡ һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙҙан июль уртаһына тиклем сәсәләр. Орлоҡтарҙы ябай рәт ысулы м‑н сәсеү нормаһы 14—16 кг/га, киң рәтләп — 6—9 кг/га, сәсеү тәрәнлеге 1—3 см. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса — 270; бесән (2 сабыуға) — 70‑кә тиклем; һуғарғанда — 100‑гә тиклем; орлоҡ — 5; 100 кг бесәндә (сәскә атыу башында йыйғанда) 54,4 мал аҙығы берәмеге, 4,3 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Бөрө тәжрибә‑производство хужалығы, 2000). Тәбиғи сабынлыҡтар һәм көтөүлектәрҙе яҡшыртҡандаһәм культуралыларын булдырғанда файҙаланыла. А. яңы сорттарын табыу һәм үҫтереү технологияларын эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1976 й. алып БНИИСХ‑ла (Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев, В.И.Казачук) алып барыла. Башлыса төньяҡ урман-дала зонаһында, төньяҡөнсығыш урман-дала зонаһында һәм тау-урман зонаһында үҫтерелә. БР‑ҙа респ. селекционерҙары сығарған Бирская 1 сорты ҡулланылышҡа индерелгән.

Әҙәб.: Кормовые культуры. Уфа, 1969.

Ғ.Ҡ.Зарипова, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019